Бөгөн Республика Йортонда Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы уҙҙы

60-тан ашыу хеҙмәт алдынғыһы юғары баһаға лайыҡ булды. Бөгөн иртә менән Республика Йорто ҡурай моңона сорналды. Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры ҡурайсыһы Салауат Кирәевҡа  “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” исеме бирелде. Ҡурайсы оркестр составында сығыш яһап, халҡыбыҙҙың рухи байлығын төрлө ҡитғаларға таратыуға ҙур өлөш индергән. Шулай уҡ, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, социаль, мәғариф, төҙөлөш өлкәләрендә эшләләр фиҙаҡар ҡаҙанышы миҙалдар һәм маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһе Сергей Молчанов, республика һәм ил үҫешенә тос өлөш индереүселәр -  төбәктең алтын фондын тәшкил итә, — тине. 60-тан ашыу хеҙмәт алдынғылары һөнәри оҫталығы, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн дәүләт наградалары менән баһаланды. Төрлө өлкәлә эшләһәләр ҙә уларҙы юғары профессионаллек, тырышлыҡ, һөнәргә тоғролоҡ кеүек уртаҡ сифаттар берләштерә. 

Яндекс.Метрика