Затон биҫтәһенең магистраль автомобиль юлының икенсе өлөшө лә асылды

Яңы юлға барлығы 3 миллиард куб ерлек һалынған. Трассаға заманса урам фонарҙары, видеокүҙәтеү ҡорамалдары ла ҡуйылған. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе видеояҙмалы.

Яңы юл биҫтәлә транспорт хәрәкәтен көйләргә, тығындарҙы кәметергә, урамдарҙы автомобилдәрҙән  бушатырға ярҙам итәсәк. 

Биҫтәлә яңы күпер төҙөү ҙә ҡарала. Урау юл 2006-сы йылда төҙөлә башлаған. Уны сафҡа индереү өсөн өс миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған. Юлдың киңлеге 36 ярым метр.

Ниһәйәт, Өфө-Затон юлының икенсе өлөшө лә асылды. Ул 9 саҡырымға һуҙылған. Юлда светофор ҡуйылмаған, шуға ла башҡалаға биш минутта барып етергә мөмкин.              

Затон биҫтәһе аша урау юлдың файҙаланыуға тапшырылыуы автоһәүәҫкәрҙәр өсөн дә бик ҡулай. Илдар Әсәҙуллин ҡалаға йөрөп эшләй. Быға тиклем ул көн һайын тиерлек тығындарҙа торған. Хәҙер иһә ҡаланың үҙәгенә барып етеү өсөн ваҡыт бик аҙ китәсәк.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары автоһәүәҫкәрҙәргә  яңы ғына асылған юлда иғтибарлы булырға кәңәш итә. Магистральдың яңы асылған өлөшөндә яңы  билдәләр ҡуйылған.

 

Яндекс.Метрика