Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ҡағалымавиа самолетының техник торошо бик яҡшы булған һәм ул үҙенән-үҙе һауала емерелә алмаған. Авиакомпания етәкселеге пилоттарҙың хаталаныу ихтималлығын да кире ҡаға. Рәсәй президенты Владимир Путин был ҡот осҡос һәләкәт сәбәптәрен тиҙ арала асыҡлау бурысын ҡуйҙы.

Фәлестин кешеһе Иордан йылғаһының көнбайыш ярында Израилдың өс кешеһен яралаған. Йыл башынан ошондай 11 осраҡта 11 кешенең ғүмере өҙөлгән. Израилдың экс президенты Шимон Перес ике дәүләт бер-береһе менән тыныс шарттарҙа йәшәргә өйрәнергә тейеш. Башҡаса альтернатива юҡ тигән.

Багама утрауҙары янында 4 мең 600 саҡырымлыҡ тәрәнлектә бынан ай самаһы элек юғалған йөк ташыусы корабль табылған. 241 метрлыҡ карап 1-се октябрь Бермуд өсмөйөшөндә радар экрандарынан юғалғайны.  

Халыҡ-ара космос станцияһында Рәсәй космонавтары Сергей Крикалев һәм Юрий Гидзенконың, Американан Уильям Шеппардтың тәүге тапҡыр бортҡа инеүенә 15 йыл тулыуын билдәләнеләр. Станцияның тәүге төп экспедицияһы ине был. Орбитала хәҙер 45-се экспедиция эшләй. 

Яндекс.Метрика