Өфөлә Хәбәрҙәр ФМ радиоһын туйлау тантанаһы үтте

Ошо уңайҙан Башҡортостанға Бөтә Рәсәй Дәүләт Телерадиокомпанияһының төбәк департаменты етәксеһе, шулай уҡ Волга буйы һәм Урал федераль округы филиалдары директорҙары килде. Хәбәрҙәр ФМ радиостанцияһы журналисы Владимир Аверин Өфө студияһынан  бөтә Рәсәй өсөн тапшырыу алып барҙы. 

Яңы миҙгелде – яңы йышлыҡта. “Хәбәрҙәр ФМ” радиоһын туйлау тантанаһына Мәскәүҙән килгән алып барыусы Владимир Аверин студияның тәүге ҡунағы —  Республика башлығы Рөстәм Хәмитов менән әңгәмә үткәрҙе.

“Төбәктә “Хәбәрҙәр ФМ” радиостанцияһын асыу — Башҡортостан ғына түгел, Бөтә Рәсәй Дәүләт Телерадиокомпанияһы өсөн дә оло ваҡиға. Ул бигерәк тә, ижтимағи-сәйәси, иҡтисади һәм социаль мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн алыштырғыһыҙ мәғлүмәт сығанағы,” – тине төбәк департаменты етәксеһе Рифат Сәбитов.

“Хәбәрҙәр ФМ” өс йыл элек коммерция нигеҙендә эшләй башлаһа, хәҙер ул беҙҙең телерадиокомпания составында. Маҡсаты үҙгәрешһеҙ: тыңлаусыларға ышаныслы һәм объектив хәбәрҙәрҙе тәүгеләрҙән еткереү, федераль эфирға сығып төбәктең тормошо менән бөтә илде таныштырыу.

Башҡортостан шатлығын уртаҡлашырға Волга буйы һәм Урал федераль округы филиалдары директорҙары килде.

Шулай уҡ, Бөтә Рәсәй Дәүләт Телерадиокомпанияһы филиалының яңы теле- һәм радио миҙгелен асты. Каналдың бүлектәре өр-яңы проекттар, яңы тапшырыуҙар менән таныштырҙы.

Һәр киләһе миҙгел — яңы ғүмер кеүек, яңы идеялар,  яңы мөмкинлектәр аса. Телерадиокомпанияның эше һөҙөмтәле һәм ҡеүәтле икәнен яңы һөнәри ҡаҙаныштар, тамашасылар иҫбатлай. 

 

Яндекс.Метрика