Гәлсәр һандуғас 2015 телевизион эстрада йыр конкурс-фестиваленең гала - концертына бер аҙнанан аҙыраҡ ваҡыт ҡалды

7 ноябрҙә „Башҡортостан„ дәүләт концерт залында 20 финалист һәм конкурстың төрлө йылдарҙағы лауреаттары бер сәхнәлә сығыш яһаясаҡ. 

Финалистар Телеүҙәккә генераль репетицияға йыйылды. Ҡыҙҙар-егеттәр бар көсөн һалып номерҙарын камиллаштыра. Айнур Хәлилов тауышы менән генә түгел, ә үҙенсәлекле имиджы менән дә таң ҡалдырмаҡсы. Ә данлыҡлы Фәйзи Ғәскәров ансамбле солисткаһы Эльвира Муллағолова финалға үтеп, гала-концерт алдынан аптырашта ҡалды-йырларғамы, әллә хореограф булырғамы?! Икеһе лә берҙәй яҡшы сыҡмаҡсы. Тамашасыларҙы үҙенсәлекле дуэтттар, трио һәм квартет көтә. Проект етәксеһе Земфира Байбулдина әйтеүенсә, улар араһында тамашасы күңелен әсир итерлек йырҙар байтаҡ. Әлегә быны конкурсанттар үҙҙәре лә аңлап бөтмәй. 

Гала-концертҡа әҙерлек талғын ғына моң студияһына күсте, сөнки тап ошонда гәлсәр һандуғастың йыры авторы Ғәлинур Юламанов 2015 йылғы финалистарҙың тауышын яҙҙыра.

Гәлсәр һандуғас проекты йолаһы буйынса һәр бер конкурсантты уҙған йылғы лауреаттар шефлыҡҡа ала. Уларҙың берлектәге ижад һөҙөмтәһендә беҙ, хөрмәтле телевизор ҡараусылар, бихисап хиттар шаһиты булырбыҙ. 7 ноябрҙә Башҡортостан концерт залындағы гала-концерт Гәлсәр һандуғас 2015 телевизион эстрада йыр конкурс-фестивален йомғаҡламай, киреһенсә яңы йондоҙҙарға юл аса. 

 

Яндекс.Метрика