Дини экстремизмды нисек иҫкәртергә?

Белгестәр был эште бәләкәйҙән үк башларға һәм мәктәптә дауам итергә кәңәш итә. Сөнки  йәштәрҙең радикаль ислам йоғонтоһона бирелеп китеүе ихтимал. Бөгөн баш ҡалала “Йәштәр дини экстремизмға ҡаршы” тип исемләнгән ғилми семинарҙа  ҡатнашыусылар ҙа  йәштәр араһында аңлатыу эштәрен көсәйтергә саҡырҙы.  Танылған ҡурайсы Роберт Юлдашев исламда — 15 йыл. “Аллаһы Тәғәлә ҡушҡандарын үтәп, үҙ асылыңа төшөнәһең – ошоно белгән булһам, мәктәптән үк дөрөҫ юлға баҫыр инем,”- ти ул. Һәр кем дингә үҙ ваҡыты, үҙ теләге менән баҫа. Һәр кемдең иманға үҙ юлы. Ҡыҙғанысҡа, һуңғы ваҡытта традицион булмаған ислам, уға эйәргән йәштәр тураһында күп ишетелә. Сәбәбе — мәғлүмәтһеҙ булыуҙан. Был йәһәттән  мәктәптәрҙә дини мәҙәниәттәр һәм донъяуи этика нигеҙҙәре өйрәнелә башланы. Йәш быуынды хаҡ дин нигеҙҙәре, уға ҡарата дөрөҫ ҡараш тәрбиәләү, уны аңлы рәүештә ҡабул итергә өйрәтеү һәм балалар¬ҙы яңылыш ағымдарға эләгеүҙән ҡурсалау мөһим. Ниндәй генә динде алһаҡ та, улар насарлыҡҡа өйрәтмәй, киреһенсә, мәрхәмәтле, кешелекле булырға өндәй. Ысынлап та, дин кешегә тормошта кешегә үҙ юлын, борсоған һорауҙарына яуап табырға ярҙам итә. Әммә тәү сиратта уның асылын дөрөҫ аңлау мөһим. Хәҙерге заманда ата-әсәй ҡарауынан сыҡҡан йәштәр, күп осраҡта үҫеш юлын үҙҙәре билдәләргә мәжбүр. Был йәһәттән егет-ҡыҙҙарҙың исламға килеүе ыңғай  күренеш. Йәш быуын вәкилдәре динде, уның дөрөҫ тәғлимәттәрен ентекле өйрәнеп, хаҡ дин юлына баҫһа тотош донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә мөмкин. Сөнки ислам — йәмғиәтте яңылыш аҙымдарҙан ҡурсалап, тик дөрөҫ йәшәргә  өйрәтеүсе юл.



Яндекс.Метрика