Ошо көндәрҙә башҡорттар йәшәгән һәр төбәктә 4-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлана.

21 ноябрҙә республикабыҙҙа үтәсәк оло сараға Өфөнөң Совет районы башҡорттары ҡоролтайы ла үҙ делегаттарын һайланы. Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһына Совет районынан 200-ләгән делегат йыйылды. Һәр ултырыштың нигеҙе  эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһау һәм киләсәккә бурыстар билдәләү. Башҡарылған эштәр бихисап, әммә тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлау йәһәтенән эшмәкәрлек туҡтауһыҙ алып барылырға тейеш, тине делегаттар. 5 йылға бер тапҡыр үткәрелгән йыйында халыҡтың үҫеше, йәшәйеше өсөн янған милләттәштәребеҙ ҡатнашасаҡ. Халыҡ ихтыяжын сағылдырыусы булараҡ уларҙың мөрәжәғәтнәмә лә әҙерләнә. Бындай телмәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Гөлфиә Янбаева яҙасаҡ. Быйылғы ҡоролтайҙа делегаттарҙың 30 процентын йәштәр тәшкил итер тип көтөлә. Ауырлыҡтарға һылтанмай, әүҙем үҫеш юлындағы йәш быуындың да әйтер һүҙе бар. Сарала Өфө ҡалаһы Совет районының ҡоролтайы башҡарма комитетына яңы состав һайланды. Шулай уҡ 4-се Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайына 7 делегат та билдәләнде.



Яндекс.Метрика