Башҡортостан-Ляонин. Хеҙмәттәшлек йүнәлештәре

Диктор Башҡортостанда ауыр быраулау ҡоролмалары сығарыу заводы төҙөлөүе ихтимал. Ҡытай халыҡ республикаһы Ляонин провинцияһы рәсми делегацияһының был тәҡдимен Республика башлығы Рөстәм Хәмитов хупланы. Ляонин провинцияһындағы Хайченнефтемаш компанияһы менән Башҡортостан үҫеш корпорацияһы акционерҙар йәмғиәте араһында килешеү төҙөлдө. Компаниялар төбәктәрҙең нефтехимия тармағын үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй. Киләсәктә машиналар төҙөү һәм нефтехимиянан тыш, Ляонин провинцияһы менән Башҡортостан араһында туризм, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләрҙә лә хеҙмәттәшлекте дауам итеү күҙ уңында тотола.  



Яндекс.Метрика