Көн һайын Шарм-Эш-Шейхтан Рәсәйгә самолеттарҙа 3 мең кеше ҡайта

Синай ярымутрауындағы авиаһәләкәт сәбәпле Рәсәй һәм Бөйөк Британия Мысырҙан үҙ граждандарын алып ҡайтыуҙы дауам итә. Көн һайын тиерлек Шарм-Эш-Шейхтан Рәсәйгә самолеттарҙа 3 мең кеше ҡайта. Рәсәй-Мысыр йүнәлеше буйынса осоштар тулыһынса туҡтатылғас, туроператорҙар граждандарға сәфәрҙәрен икенсе йүнәлештәргә үҙгәртергә тәҡдим итә. Был хәүефһеҙлек сараһы, “Когалымавиа” самолеты һәләкәтенең сәбәптәре асыҡлағансы ғына түгел, ә хәүефһеҙлек кимәле тейешенсә тәьмин ителгәнсе ҡабул ителгән. Мысырҙан самолеттар беҙҙең граждандарҙы көн һайын ташый. Һуңғыһы 26 ноябргә планлаштырылған. Туроператорҙар ҙур юғалтыуҙар кисерә.



Яндекс.Метрика