Нефтекамала йәйәүлеләр киҫешендә юлсыны машина төкәткән

Ғәҙәттән тыш хәл видеотеркәүескә яҙҙырылған. Хәүефле хәл Башҡорт Дәүләт Университетының филиалы бинаһынан алыҫ түгел теркәлгән. Күренеүенсә, юлды йәйәүле ҡыҙыу аҙымдар менән зебранан киҫеп бара. Иномарка водителе ҡыҙҙы абайламай, хәрәкәтен еңел тиҙлектә дауам итә, тормозға баҫырға уйламай. Шаһиттар ҡыҙҙың үҙ-аллы тороп, машинаға ултырыуын белдерә. Водитель ҡаза күреүсене дауаханаға үҙе алып киткән.



Яндекс.Метрика