Бөгөн Рәсәй буйынса федераль трассаларҙа фура водителдәре забастовка ойоштора

Өфө янында М5 һәм М 7 юлдарында ла бер нисә урында йөк автомобилдәре төркөмө күҙәтелә. Улар бөтә Рәсәй ҡаршылыҡ акцияына ҡушылып үҙ ризаһыҙлығын белдерә.Ҡыршылыҡ акцияһы ауыр йөк автомобилдәре өсөн федераль трассаларҙа йөрөүгә түләү индереү менән бәйле. 15 ноябрҙән Рәсәйҙә Хөкүмәт күрһәтмәһе үҙ көсөнә инә, тимәк был аҙна аҙағынан 12 тоннанан ауырыраҡ йөк автомобилдәре һәр километр өсөн 1 һум 53 тин түләргә бурыслы. Тәүҙә был сумма ике тапҡырға күберәк ине, төрлө төбәктәрҙә үткән ҡаршылыҡ акцияларынан һуң түләү кәметелде. Шулай ҙа транспорт компаниялары бының менән дә ризалашмай. Улар түләүҙе бөтөнләй индермәҫкә, йә иһә сумма һәр саҡрым өсөн 1 һумдан да артмаҫҡа тейеш тигән фекерҙә. Проект автоҙары иҫәпләүенсә, ауыр йөк ташыусы автомобилдәр юл ҡатламына иң ҙур зыян килтерә. 1 фура 1 мең еңел машинаға тиң. Ошо рәүешле 2016 йыл эсендә генә юл фондына 40 миллиард өҫтәмә аҡса килер тип күҙаллана. Транспорт компаниялары яңылыҡ менән килешмәй, тәү сиратта түләү ташылған тауарҙың хаҡын арттырасаҡ тип иҫкәртә.



Яндекс.Метрика