Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Бөйөк Британия премьер-министры үҙ ватандаштарын илдең Европа берлегенән сығыуы өсөн тауыш бирергә саҡыра. Дэвид Кэмерон Брюссель алдында Европа берлеген үҙгәртеп ҡороу кеүек етди талаптар ҡуя. Уларҙың араһында мигранттарға ҡағылышлыһы етди бәхәстәр тыуҙырған.

Бразилияның көньяҡ-көнсығышында тау сығарыу сәнәғәте ҡалдыҡтарын тотоп тороусы быуаның йырылыуы сәбәпле халыҡ эсәр һыуға ҡытлыҡ кисерә. Һәләкәт булған урындан 300 саҡырым алыҫлыҡҡа тиклем һыу юҡ. Аварияла 3 кеше һәләк булған.

Интернет селтәрендә билдәһеҙ хайуандың фотоһы етди бәхәс тыуҙырҙы. Кемдер уны чупакабра, кемдер сит планета кешеһе тип атай. Был фотоны төшөрөүсе ҡатын әлегә фәнгә билдәһеҙ хайуандың мәйетен үҙ ихатаһында тапҡан. 



Яндекс.Метрика