Башҡортостанда миллиондан ашыу кешегә грипп сиренә ҡаршы вакциналар яһалған

Уларҙың 300 мең самаһы — балалар.  Ҡыш осоронда ныҡ таралған вирусты иҫкәртеү, сирлеләрҙе дауалау өсөн төбәктә препараттар ҙа етерлек.  Республикаға, мәҫәлән, миллион ике йөҙ мең дана медицина битлеге ҡайтарылған. Тын юлдарын яһалма елләтеү өсөн 808 аппарат әҙерләнгән. Инфекция йоҡтороусоларға  дауаханаларҙа 5 меңдән ашыу урын хәстәрләнгән. Шул уҡ ваҡытта төбәктә тын юлдарын вирустарын йоҡтороу осраҡтары 140 меңгә яҡынлаша. Уҙған аҙнала табиптар ошондай диагнозды тағы ла ун биш мең сирлегә ҡуйған. Бөгөнгә республикалағы һәр ун мең кешегә 37 ауырыу тура килә.



Яндекс.Метрика