74 йылдан һуң Совет һалдаты Латип Ғайсин тыуған еренә ҡайтты

Псков өлкәһенең Себеж ҡалаһында „Обелиск„  эҙләү отряды 170-се Стәрлетамаҡ уҡсылар дивизияһы яугирҙарының һөйәктәре табыла. Бөйөк Ватан һуғышының беренсе аҙнаһында уҡ һәләк булыусылар араһында БДУ прфессоры Венера Ибраһимованың да атаһы булыуы асыҡлана. Фәриҙә Миңлеғәли  ҡыҙы тормош иптәшен 74 йыл  күрмәгән. Өс айға тип кенә киткәйне, ғүмерлеккә юҡ булды, ти ул ире хаҡында. Яугирҙың балалары өсөн хәҙер иң ҡиммәтле, иң ҡәҙерлеһе – аталарынан ҡалған әйберҙәр. Латип Ғайсин Күгәрсен районы Түләбай ауылында тыуып-үҫә. Тормош иптәше Фәриҙә Миңлеғәли ҡыҙы менән дә бик аҙ – бер йыл тирәһе генә бергә йәшәп өлгөрә. Атаһын әсәһе һүҙҙәренән генә белгән Венера Латыпова профессор булып китә. Венера Ибраһимова Стәрлетамаҡ ҡалаһының „Обелиск„  эҙләү отрядына бөтмәҫ рәхмәттәрен белдерә. Әйтеп биргеһеҙ тойғолар кисерәм, хәҙер терәгем бар кеүек, ти яугир ҡыҙы. Латып Ғайсиндың ҡалдыҡтары табылыуы яугир ғаиләһе өсөн көтөлмәгән ҡыуаныс.  Атайым хәҙер хәбәрһеҙ юғалғандар иҫәбендә түгел, ерләнгән урыны бар, килеп хәлдәребеҙҙе һөйләй алам, ти Венера Латып ҡыҙы.



Яндекс.Метрика