Республика шихандары тирәһендә хәл киҫкенләшә

Ул «Башҡортостан сода»  компанияһының сеймал  базаһы кәмеү менән аңлатыла.Предприятие вәкилдәре  сеймал базаһы итеп тик Торатауҙы күрә. Әммә  халҡы тәбиғәт ҡомартҡыһы булған изге тауҙы  сәнәғәт объекты булараҡ файҙаланыуға ҡырҡа ҡаршы. Республика башлығы 2013 йылда уҡ мин  республикаға етәкселек иткән ваҡытта Торатауҙы бер кем дә эшкәртмәйәсәк, тип белдергәйне. Ҡаҙылма байлыҡтарҙы өйрәнеүсе белгестәр ҙә предприятие өсөн  сеймалды башҡа ятҡылыҡтарҙан алып була тип иҫәпләй, улар үҙ фекерен  төрлө геологик тикшереүҙәр менән иҫбатлай. Тик «Сода» компанияһы ғына дәлилдәр менән килешергә ашыҡмай.   Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология  министрлығы ҡеүәтле предприятие  сеймал өсөн альтернатив варианттарҙы эҙләргә тейеш тигән фекерҙә. 



Яндекс.Метрика