Өфөлә Рәсәй федераль таможня хеҙмәте коллегияһының күсмә ултырышы ойошторолдо

Унда хеҙмәттең эш йомғаҡтары барланды һәм артабанғы бурыстары билдәләнде.Үткән йылда таможня хеҙмәте илгә 7 триллион һум табыш килтергән. Был федераль бюджет килемдәренең 51 проценты. Һандарҙың быйыл да юғары буласағын әлеге ноябргә үк 4 триллион һумдан ашыу килем йыйылыуы дәлилләй. Хеҙмәт алдынғылары бөгөн маҡтау билдәләре һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов быйыл июль айында Башҡортостанда ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттары ваҡытында таможняның эшенә юғары баһа биреп, федераль хеҙмәт вәкилдәренә рәхмәт белдерҙе. 



Яндекс.Метрика