Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй президенты Владимир Путин спорт ойошмаларына допинг ҡулланыуға бәйле үҙ тикшереүен үткәрергә ҡушты. Шул уҡ ваҡытта ил етәксеһе яуаплылыҡ шәхсән булырға тейеш тине. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡ Рәсәй атлеттарын допинг ҡулланыуҙа ғәйепләй.

Бынан ары самолеттар космостан күҙәтеләсәк.  Киләһе йылдың ноябренә тиклем ошондай системалар урынлаштырыласаҡ. Был проекттың маҡсаты- океандар өҫтөндә осҡанда  именлек тәьмин итеү.

Германия канцлерына ҡасаҡтар мәсьәләһе буйынса баҫым көсәйҙе. Хәлде көйләү парламенттағы тыңлауҙарҙа ла ҡаралды. Ангела Меркельдың рейтингы түбән тәгәрәй. Урам йыйындарында халыҡ уға ҡыҙыл карточка күрһәткән.

Эгей диңгеҙендә мигранттар тейәгән судно һәләкәтендә 14 кеше һыуға батып үлгән. Төркиәнең яр хеҙмәте 27 кешене ҡотҡарған. Һәләк булыусылар араһында 7 бала бар. 



Яндекс.Метрика