Сифатһыҙ тауар

Рәсәйҙең ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте Өфөләге магазиндарҙың береһендә һаҡлау ваҡыты үткән һәм етештереүсеһе тураһында мәғлүмәт яҙылмаған сырҙар тапҡан. Эре сауҙа нөктәләрендә ошондай бик күп етешһеҙлектәр асыҡланған. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатылған. Бының өсөн 100 меңдән 300 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.



Яндекс.Метрика