Сибай ҡалаһында Тәфтишселәр 16 йәшлек ҡыҙҙың үлем сәбәптәрен асыҡлай

 Аҫылынған ҡыҙын атаһы үҙ ихатаһында таба.  Ул ата-әсәһенән рөхсәт алып тышҡа сығып китә, килешелгән ваҡытҡа ҡайтмағас атаһы баланы эҙләргә сыға. Һарайҙа аҫылынған кәүҙәне төндә генә табалар. Төп версия буйынса ул үҙенә ҡул һалған, сәбәптәрен Тәфтишселәр асыҡлай.  Киң мәғлүмәт саралары яҙыуынса, бер нисә аҙна элек ҡыҙҙың иптәш егете үҙенә ҡул һалған. 



Яндекс.Метрика