Проголосуй за столицу Тотального диктанта - УФА! - 1516197634 | ГТРК «Башкортостан»

Республика юлдарында быйыл 501 кеше һәләк булған

Ноябрҙең һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә Юл-транспорт фажиғәләре ҡорбандарын иҫкә алалар. Хәтер көнө юлда һәләк булыусыларҙың йылдан-йыл артыуына иғтибарҙы йүнәлтә һәм уйландырырға мәжбүр итә. Ошо айҡанллы кисә Конгресс-холл алдындағы майҙанда флешмоб үтте. Унда ҡатнашыусылар “501” цифраһын яҙып теҙелде. Тап 501 кеше быйыл республика юлдарында һәләк булған. Донъяла тәүлегенә өс меңгә яҡын кешенең юлда ғүмере өҙөлә, 100 меңгә яҡын кеше төрлө йәрәхәттәр ала. Халыҡтың ғүмерен ҡыйған фажиғәләрҙең сәбәбе нимәлә? Йыл башынан юл-транспорт фажиғәләре 9,3%-ҡа кәмеп, 151 мең тәшкил итә. Кәмеһә лә, был бик ҙур һан.  Германиялағы хәл менән сағыштырып ҡарау ҙа етә. Унда -  5 мең тирәһе. Ә бит был илдә юғары тиҙлекле юлдар селтәре өҫтөнлөк итә. Тимәк, сәбәп тиҙлекте арттырыуҙа ғына түгел. Автомобилдәрҙең һаны үҫеүе тиһәк, Германияла “тимер аттар” байтаҡҡа күберәк. Беҙҙә 35 млн еңел автомобиль теркәлһә, был илдә – 43 млн. Шуға ҡарамаҫтан, унда юл фажиғәһе ҡорбандары беҙҙән ун тапҡырға әҙерәк. – йылына 3-4 мең кешенең ғүмере өҙөлә. Ә Рәсәйҙә йылына 30 меңгә яҡын кеше юлда һәләк була. Ошо ҡәҙәре айырманың сәбәбе ниҙә һуң? Рәсәйҙә бәләгә ҡалғандарға йыш ҡына тәүге ярҙам үтә һуңлап килә. Беҙ был йәһәттән Европа илдәренән байтаҡҡа ҡалышабыҙ: унда юл-транспорт ваҡиғаһына эләккәндәр өсөн айырым «тиҙ ярҙам» хеҙмәте эшләй. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, ауыр йәрәхәтләнгәндәрҙең 80 проценты, нигеҙҙә, күп ҡан юғалтыуҙан авариянан һуң өс сәғәт дауамында йән бирә. Шуға ла Германия кеүек илдәрҙә авария урынына иң тәүҙә беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн ашыға.Бәлки ундағы юлдар беҙҙекенән күпкә сифатлыраҡтыр? Ысынлап та, беҙҙең илдә фажиғәләрҙең төп сәбәптәре иҫәбенә юлдарҙың сифатһыҙ булыуы ла инә. Үткән айҙа Рәсәй халыҡ фронты инспекторҙары тикшереү барышында беҙҙең башҡалала талаптарға яуап биргән бер генә урын да тапманыҡ, тип белдерҙе. Уйланырға урын бар.Йыл һайын юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмаусылар ҙа арта. Быйыл ғына Юл-хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан республика юлдарында 2 млн-дан ашыу административ хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән.Әлбиттә, руль артында төрлө кешеләр ултыра. Уларҙың әҙерлек кимәле лә төрлөсә. Әммә шуны иҫтә тотоу кәрәк — тәртип, тәү сиратта, үҙеңдән башлана. Водителме һеҙ, йәйәүлеме — һәр кем юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәһә, автоһәләкәттәр һанын күпкә еңеләйтергә мөмкин булыр ине. 

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Дуҫлыҡ теле нисек яңғырай? | ГТРК «Башкортостан»

Дуҫлыҡ теле нисек яңғырай?

Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре ошо һорауға яуап эҙләп, кисә "Минең телем - дуҫлыҡ теле" тип аталған республика акцияһына ҡушылды. Сәғәт көндөҙгө ун икелә бөтә район, ҡалаларҙа төрлө телдәрҙә туған телгә бағышлап шиғыр юлдары яңғыраны. Дәүләт эшмәкәрҙәре, шағирҙар, уҡыусылар,...

13 декабря 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Мәскәү өлкәһендә Федераль именлек хеҙмәте “Ислам дәүләте” яҡлыларҙы ҡулға алды. Улар Яңы йыл байрамы һәм ил президентын һайлауға әҙерлек кампанияһы ваҡтында Мәскәүҙә террор ғәмәле әҙерләгән. Австрияла газ бүлеү станцияһында шарталу яңғыраны. Бер кеше һәләк булған, 20 кеше йәрәхәтләнгән. Ававрия...

13 декабря 2017
Смотреть видео Белгестәр пиротехника һатып алғанда мотлаҡ именлек сараларына иғтибар итергә  саҡыра | ГТРК «Башкортостан»

Белгестәр пиротехника һатып алғанда мотлаҡ именлек сараларына иғтибар итергә саҡыра

Шартлатҡыс менән сауҙа итеүсе магазиндарҙа лицензия, уларҙы ҡулланыу ҡағиҙәләре күрһәтелгән аңлатма булырға тейеш. Сағыу төҫтөрҙәге уттар балҡыуы, шартлау, һөҙөмтәлә дауахана. Йыл һайын республикала ғына яңы йыл мажаралары тиҫтәләгән күңелһеҙ осраҡ менән тамамлана. Башҡортостанда күңелһеҙ...

13 декабря 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй президенты ҡушыуы буйынса Оборона министрлығы Сүриәнән Рәсәй хәрбиҙәрен сығара башланы.  Владимир Путин ошо турала Хмеймим авиабазаһында махсус белдереү яһаны. Хәрбиҙәр алдарына ҡуйылған бурысты тулыһынса үтәне, тине ил етәксеһе.  Рәсәйҙең Сүриәләге операцияһы 2 йылдан ашыу дауам...

12 декабря 2017
Смотреть видео Парламент президиумы ултырышы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Парламент президиумы ултырышы үтте

Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы эшкә урынлаштырыу, уларға һөнәри белем биреү бурысы дәүләткә, атай әйткәндә халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәренә йөкмәтелә. Республикала ошо  туралағы закон проекты әҙерләнгән. Был хаҡта бөгөн парламент президиумы ултырышында һүҙ барҙы. 

12 декабря 2017
Смотреть видео Баланан бәхетең булмаһа – йәшләй ҡартайырһың | ГТРК «Башкортостан»

Баланан бәхетең булмаһа – йәшләй ҡартайырһың

Өфөлә йәшәүсе Любовь Дионисьевна үҙ балалары менән фатир өсөн көрәшә. Ире вафат булғкас, бәләкәй ҡыҙы тәҡдиме буйынса, ул иҫке фатирын һатып, яңы торлаҡҡа күсә. Әммә ул милексе түгел түгел. Шуға ла Любовь Дионисьевна урамда ҡалыуҙан ҡурҡа. Любовь Дионисьевна инде өс йылға яҡын үҙ балалары менән...

12 декабря 2017
Бөгөн төнөн Өфөлә ағас йорт янып китте | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн төнөн Өфөлә ағас йорт янып китте

Утта 53 йәшлек ир һәләк булған. Ут менән һаҡһыҙ эш итеү-был янғындың төп сәбәбе тип хәбәр итәләр, республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан.

12 декабря 2017
Рәттән дүртенсе еңеү | ГТРК «Башкортостан»

Рәттән дүртенсе еңеү

Ниһәйәт, “Салауат Юлаев” хоккейсылары көйәрмәндәрҙең тауышын ишетте. “Юлаевсылар” Ярославлдең «Локомотив»ын үҙ боҙонда 3 кә 2 иҫәбе менән еңде. Хоккей белгестәре Өфө хоккейсыларының агрессив уйнай башлауын билдәләй. Кисәге уйында Игорь Макаровтың хәләл ефете Лера Кудрявцева алдында  мах бирмәй...

11 декабря 2017
Смотреть видео Асылыкүл - Башҡортостандың иң ҙур күле | ГТРК «Башкортостан»

Асылыкүл - Башҡортостандың иң ҙур күле

Ә Рәсәйҙә ул етенсе урынды биләй. 1962 йылдан тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә индерелеп, бөгөнгәсә һаҡлау аҫтында. 24 йыл элек күл яны биләмәһе милли паркка әйләндерелде. Ғалимдар тәбиғи парктың экосистемаһын өйрәнеп, уны һаҡлау йәһәтенән ҙур эш алып бара. Һыуһылыуҙар төйәк иткән Асылыкүл. Уны...

11 декабря 2017
Смотреть видео “Рәсәй – минең тарихым” | ГТРК «Башкортостан»

“Рәсәй – минең тарихым”

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтендә тере тарих менән балалар танышыу алыра тейеш тип белдергәйне. Совет районынан йөҙләгән бала тәүгеләрҙән булып уны ҡарай алды. Дәрестәге ялҡытҡыс тестар бында инде бөтөнләй икенсе төҫ ала. Һорауҙар шул уҡ әммә уға яуап биреүе...

11 декабря 2017
Смотреть видео Ватан ҡаһармандары көнөндә Башҡортостанда 3 һәйкәл асылды | ГТРК «Башкортостан»

Ватан ҡаһармандары көнөндә Башҡортостанда 3 һәйкәл асылды

Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарының хәтерен мәңгеләштереүсе мемориалдар Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында барлыҡҡа килде. Подлубово ауылында батыр яҡташ, Иван Полунинды иҫкә алдылар. Советтар Союзы геройына бюст ҡуйылды. Архангель районындағы Валентиновкала авиация маршалы Иван Пстыгоға, Оҙондар...

11 декабря 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ғыйраҡтың башҡалаһында “Ислам дәүләте” террорсыларын еңеү уңайынан хәрби парад үтте. Унда хәрбиҙәр һәм полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан. Ил премьер-министры Хәйҙәр әль Әбади ҡарары менән  ИГИЛ-ды ҡыйратыу көнө  йыл да милли байрам булараҡ билдәләнәсәк. Киевта Одесса өлкәһенең экс-...

11 декабря 2017
Смотреть видео Республикала йәшелсә-емешкә хаҡ арта | ГТРК «Башкортостан»

Республикала йәшелсә-емешкә хаҡ арта

Әммә белгестәр раҫлауынса, яңы йыл алдынан был ғәҙәти күренеш. Статистика хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда,  ризыҡтың айырым төрҙәре 10-15 процентҡа арзанайған. Рәхим Мерәҫов хаҡлы ялда. Шуға ҡарамаҫтан, ул сифатлы аҙыҡ-түлек һатып алыуға аҡсаһын йәлләмәй. Рәхим Зәки улы төрлө акцияларға ла...

11 декабря 2017
Өфөлә ир микрофинанслау офисын талаған | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ир микрофинанслау офисын талаған

Был хәл Степан Кувыкин урамында теркәлә. Видеонан күренеүенсә, башына маска кейгән ир бысаҡ менән ҡурҡытып аҡса талап итә. Тик талаусы, офис хеҙмәткәренә “Һеҙ” тип кенә өндәшә. Хатта сыҡҡан ваҡытта 10 минуттан һуң полицияға шылтыратырға ла рөхсәт бирә. Енәйәттә шикләнеүсе үҙе менән 15 мең һум аҡса...

11 декабря 2017
Смотреть видео Республикала автомобилдәрҙең янып китеү осраҡтары арта | ГТРК «Башкортостан»

Республикала автомобилдәрҙең янып китеү осраҡтары арта

Көндәр һыуытыу менән республикала автомобилдәрҙең янып китеү осраҡтары ла арта.Өфө үҙәгендә ВАЗ машинаһында сыҡҡан янғын һүндерелде. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Башҡа машиналарға ла зыян килмәгән. Шаһиттар янғын һүндереүселәргә шылтыратып өлгөргән. 

11 декабря 2017
Смотреть видео Айыуҙар ниңә йоҡламай? | ГТРК «Башкортостан»

Айыуҙар ниңә йоҡламай?

Ҡыш еткәс тә тайыштабандарҙың оҙон йоҡоға китеүе билдәле. Әммә быйыл урмансылар паркында аҫыралған айыуҙар йоҡлай алмай интегә. Шуға ла улар агрессив хәлдә.  Михаил ҡушаматлы айыу балаһы быйыл беренсе тапҡыр ҡышты үткәрә. Парк хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүенсә, тәүге ике йылда улар ҡышты ни өсөндөр...

8 декабря 2017
Башҡортостандың төп Яңы йыл шыршыһында ҡатнашыусыларҙы ниндәй тамаша һәм бүләк көтә? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың төп Яңы йыл шыршыһында ҡатнашыусыларҙы ниндәй тамаша һәм бүләк көтә?

Байрамға 780 бала саҡырылған. Сара ике өлөштән торасаҡ, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы. Шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнау һәм «Яңы йыл тауышы» тигән  тамаша. Яңы йыл тамашаһында театр-концерт ойошмалары артистары, «Башҡортостан» дәүләт концерт залының хореография коллективтары ҡатнаша. Татлы...

8 декабря 2017
Башҡортостан юнармия сафтары йәнә 150 кешегә артты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан юнармия сафтары йәнә 150 кешегә артты

Ойошмаға яңы ағзаларҙы ҡабул итеү тантанаһы республикала асылған Йәштәр сәйәсәте көндәре сиктәрендә үтте. Юнармияның Башҡортостан төбәк штабының бер йылдан ашыу элек кенә ойошторолоуына ҡарамаҫтан бөгөн республиканың һәр районында кесе ойошмалар әүҙем эшләй. Хәйбулла районында ғына 18 мәктәп...

8 декабря 2017
Башҡорт матбуғатының йөҙ йыллығы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт матбуғатының йөҙ йыллығы

Башҡорт дәүләт университетында Халыҡ-ара ғилми–ғәмәли конференция үтте. Башҡорт матбуғатының йөҙ йыллығына арналған сарала билдәле ғалимдар сығыш яһаны. Конференцияға  Төркмәнстан, Ҡазағстан, Үзбәкстандан һәм Беларуссиянан да фәнни мәҡәләләр ебәрелгән. Башҡорт матбуғатының үткәнен бөгөнгөһөн...

8 декабря 2017
Өфө халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итергә әҙер | ГТРК «Башкортостан»

Өфө халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итергә әҙер

2019-сы йылда Өфөлә үтәсәк Йәйге халыҡ-ара балалар уйындарына барлыҡ тиерлек объекттар ҙа әҙер. Башҡортостан башлығы Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты генераль секретары Ричард Смит менән осрашты. Унда баш ҡалала төҙөлгән спорт үҙәге тураһында ла һүҙ барҙы. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, объект...

8 декабря 2017
Смотреть видео Владимир Путин рухи үҫешкә етди этәргес бирҙе | ГТРК «Башкортостан»

Владимир Путин рухи үҫешкә етди этәргес бирҙе

Владимир Путиндың президент һайлауында ҡатнашыу тураһындағы ҡарарына ҡарата дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре үҙ фекерен белдереүҙе дауам итә. Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин  фекеренсә, Владимир Путин Рәсәй халҡын дөйөм маҡсаттар тирәләй туплап рухи үҫешкә етди...

8 декабря 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Дональд Трамптың Иерусалимды Израилдың башҡалаһы тип таныуы сәбәпле ҡаршылыҡ акциялары башланды. Рамалла ҡалаһында митингта ҡатнашыусыларҙы ҡыуыу өсөн Израиль полицияһы күҙҙән йәш сығарыусы газ ҡулланған. Рәсәй хәрбиҙәре Сүриәлә “Ислам дәүләте” террорсыларын юҡ итеү буйынса бурысты тулыһынса...

8 декабря 2017
Смотреть видео Салауат районында төбәкте үҫтереү юлдары тикшерелде | ГТРК «Башкортостан»

Салауат районында төбәкте үҫтереү юлдары тикшерелде

Республиканың төнъяҡ көнсығыш райондарын үҫтереү өсөн урындағы властарҙың һәм әлбиттә халыҡ менән бизнестың килешеп эшләүе мөһим. 8 районды берләштергән субрегионды социаль иҡтисади үҫтереү программаһы 2011 йылда уҡ ҡабул ителгәйне. Салауат районында төбәкте үҫтереү юлдары тикшерелде. Ул ваҡытта...

8 декабря 2017
Резиденттарға ярҙам төрҙәре киңәйтелә | ГТРК «Башкортостан»

Резиденттарға ярҙам төрҙәре киңәйтелә

Башҡортостанда әүҙем социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттарына ярҙам төрҙәре киңәйтелә. Республика Иҡтисади үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер «Бәләбәй» һәм «Күмертау» социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре резиденттары өсөн дәүләт мөлкәтен ҡуртымға алғанда түбән коэффициент ҡаралған. Бынан...

8 декабря 2017
Импортты алмаштырыу-көн талабы | ГТРК «Башкортостан»

Импортты алмаштырыу-көн талабы

Өфөлә төбәктәрҙең закондар сығарыу органдары етәкселәре ултырышында Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич  импортты алмаштырыу йүнәлешендә лә әүҙем эшләү кәрәклеген билдәләне. Башҡортостан предприятиелары был йәһәттән  уңышлы эшләй....

8 декабря 2017
Смотреть видео 11 аварияла бер кеше һәләк булды, 11 кеше тән йәрәхәттәре алды | ГТРК «Башкортостан»

11 аварияла бер кеше һәләк булды, 11 кеше тән йәрәхәттәре алды

Бөгөн Өфө-Ырымбур юлының 39-сы километрындағы аварияға бәйле яңы мәғлүмәттәр иғлан ителде.Ауырғазы районында йәшәүсе ҡулдан эшләнгән прицепҡа ВАЗ машинаһын тейәп китеп барғанда идараны юғалта һәм ҡаршы яҡ юлға килеп сығып Деу Нексияға бәрелә. Әрйәләге ВАЗ машинаһы ла осоп барып тигәндәй Нексияға...

8 декабря 2017
Смотреть видео Ут һүндерелде | ГТРК «Башкортостан»

Ут һүндерелде

Бер-нисә минут элек кенә Достоевский урамындағы йортта сыҡҡан янғын һүңндерелде. Бәхеткә күрә, һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Алты кеше эвакуацияланған. Ваҡиға урынында техника һәм ҡотҡарыусылар эшләй.

8 декабря 2017
Юристар белемен тикшерә | ГТРК «Башкортостан»

Юристар белемен тикшерә

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы Башҡортостандың конституция суды менән берлектә студенттар өсөн юридик олимпиада ойошторҙо.  Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың конституция көнөнә арналған юридик олимпиадала...

7 декабря 2017
Смотреть видео Закон сығарыусылар йәнә Өфөгә йыйылды | ГТРК «Башкортостан»

Закон сығарыусылар йәнә Өфөгә йыйылды

Волга буйы федераль округы субъекттарының дәүләт власы закондар сығарыусылары ассоциацияһының 52–се ултырышы йәнә Өфөлә үтә. Төбәк парламенттары  депутаттары һәм дәүләт власы органдары вәкилдәре бөгөн округ биләмәләрендә коррупцияға ҡаршы дәүләт сәйәсәтен бойомға ашырыуҙы норматив-хоҡуҡи...

7 декабря 2017
Смотреть видео Бөгөн Салауат районында төнъяҡ көнсығыш райондарҙы үҫтереү юлдары тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Салауат районында төнъяҡ көнсығыш райондарҙы үҫтереү юлдары тикшерелә

Хәбәрсебеҙ ғәзиз Лоҡманов беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә сыға. Республиканың төнъяҡ көнсығыш райондарын үҫтереү юлдары дөрөҫөн әйткәндә күп, әммә быны яйға һалыу өсөн дәүләт органдарының, урындағы властарҙың һәм әлбиттә халыҡ менән бизнестың йөктө бер үк йүнәлешкә тартыуы мөһим. 8 районды...

7 декабря 2017
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика