Көнбайыш санкцияларына лайыҡлы яуап

Нефтекама автомобиль заводында Белл йөк машинаһын күпләп сығарыуҙы яйға һалыу ҡарала. Әле техника Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында һынау үтә. Проект Башҡортостан хөкүмәте ярҙамында Нефтекама заводында тормошҡа ашырыла башланы. Йөк машинаһы Өфөлә үткән Шос һәм Брикс саммиттарында ла күрһәтелде. Хәҙер, ул Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты карьерында һынау үтә.Был йөк машинаһы техник яҡтан иҫкергән Белаздарҙы алыштырыр, тип көтөлә. Бынан тыш, ул сит ил техникаһы менән көнәркәшлек итер, тип фаразлана. Белл машинаһы 37 тонна йөк ташырға һәләтле. Белгестәр әйтеүенсә, ул 37 еңел автомобиль ауырлығына тиң. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында күберәген сит ил машиналары файҙаланыла. Бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа предприятие алдында ла сит ил техникаһын алыштырыу маҡсаты ҡуйылған. Белл йөк машинаһы бер нисә аҙна эсендә 14 мең тоннанан ашыу тау рудаһы ташыған. Әлегә техниканың мөмкинлектәре хаҡында аныҡ ҡына әйтеп булмай. Шуға күрә, йөк машинаһын һынау йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк.



Последние новости

Яндекс.Метрика