Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Был көндәрҙә Париж ҡанлы ваҡиғаларҙан һуң тынлыҡҡа сумған. Ҡала урамдары буш. Урындағы мосолмандар террор ғәмәлдәренән һуң тормош тағы ла ҡатмарлашыр тип көтә.  Улар Париждағы мәсеттәргә йыйылып терактта һәләк булғандар иҫтәлегенә доға ҡылды.

ДЖИ 20 саммитаныда Рәсәй президенты Владимир путин менән Америка президенты Барак Обама осрашҡан. Улар Украиналағы һәм Сүриәләге хәлде тикшергән. Обама Украина буйынса Минск килешеүҙәрен ғәмәлгә ашырыуҙы тулыһынса хуплаған.

Камчаткалағы Карымский вулканы атылған. Көл диңгеҙ кимәленән 7 мең метрға күтәрелгән. Эргә-тирәлә ауыл, ҡалалар булмаһа ла ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вулканға яҡын килмәҫкә саҡыра.



Последние новости

Яндекс.Метрика