Халыҡ рәхмәте

Үткән аҙнала бер –нисә йыл барыһын да борсоған мәсъәләгә асыҡлыҡ индерелде. Торатау СОДА-ға етештереү өсөн бирелмәйәсәк. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә үткән медиафорумда шулай, тип белдерҙе. Был хәбәр тотош Республика,айырыуса, тәбиғәт ҡомартҡыһы урынлашҡан Ишембай районы халҡын ҡыуандырҙы. Тау эргәһендә урынлашҡан Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы халҡы әйтеүенсә, Торатауҙы ҡурсалап ҡалыуҙы иң әһәмиәтле ҡаҙаныш, тип атарға мөмкин. Йома һайын Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы мәсетендә халыҡ күп.  Өлкәне лә, кесеһе лә тыныс тормош һәм мәрхәмәтлектән тыш, һуңғы йылдарҙа Хоҙай тәғәләнән изге Торатауҙы һаҡлауҙы ла һорап килде.  Был юлы инде улар Торатауҙы һаҡлап ҡалыусыларға рәхмәт уҡый. Торатау яҙмышы ҡыл өҫтөндә ҡалған мәлдәр бер-нисә тапҡыр булды. Геологик эҙләнеүҙәр үткәреп,айырыуса һаҡланған ҡомартҡы статусы алынырға ла күп ҡалмағайны. СОДА йәмғиәтенең ошо тауҙан тыш сеймал юҡ, тигән фекерен тәжрибәле ғалимдар һәм геологтарҙың бер-нисә тапҡыр кире ҡағып, альтернатив сығанаҡтар барлығын әйтеүен сәнәғәт гигантының менеджерҙары ишетмәне, тиерлек. Әле эшкәртелгән Шахтау ятҡылығы, бер-ни тиклем алыҫтараҡ урынлашҡан Ғүмәр, Ҡаран,  Буғанаҡ ятҡылыҡтарында сеймал Торатауға ҡарағанда ла күберәк.Рәсих Хәмитов Сода йәмғиәте менеджерҙары мәғлүмәттәренең күбеһе менән риза түгел. Мәҫәлән,предприятие белгестәре тауҙа 210 миллион тонна сеймал бар, тип белдерә. Тиҫтәләгән йыл геология һәм ер аҫтын өйрәнгән белгестәр иһә был һан күпкә аҙыраҡ булыуын дәлилләй.СОДА йәмғиәтенә нигеҙ һалынған 1950-се йылдарҙа тап Торатау киләсәктә йәмғиәт менән бизнес тартҡылашының төп сәбәпсеһе булыр, тип күҙаллаусы бәлки булмағандыр ҙа. Хәл ҡатмарлаша, низағ етдиләшә барған мәлдә Республика башлығы мәсъәләгә нөктә ҡуйҙы. Республика башлығының белдереүенән һуң Торатау тирәләй тартҡылаш бер-ни тиклем туҡтар,тип фаразларға урын бар. Әммә мәңгелеккә түгел,әлбиттә. Сеймал өсөн изге тауҙы файҙаланыу мәсъәләһе әленән-әле барлыҡҡа килеп торасаҡ һәм ниндәй генә дәүер булмаһын уның яҙмышы нисек хәл ителере беҙҙең үҙебеҙҙең ҡулда булыуын оноторға ярамай.



Последние новости

Яндекс.Метрика