Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенә 25 йыл

Ошо айҡанлы төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Сарала Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙары фекер алышты, проблемалар менән уртаҡлашты. Ерҙең ҡото, көсө, дарманы — ҡатын-ҡыҙ, тиҙәр халыҡта. Беҙҙең халыҡ борон-борондан сәсәндәре, шағирҙары фекеренә таянып йәшәгән. Әлеге көндә лә үҙ халҡы өсөн янып йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар бөгөн бында йыйылған.Бөгөн йәмғиәтебеҙ тәрән рухи тетрәнеү кисерә,  һуңғы йылдарҙа Башҡортостан халҡы ла баҙар мөнәсәбәттәре менән к-ҙгә к-ҙ осрашырға мәжбүр. Күптәр баҙап ҡалды ти сәсәниә Розалиә Солтангәрәева. Конференцияла эскелек, наркомания,   демография мәсьәләләре лә ситтә ҡалманы. Ҡатын-ҡыҙҙар атайҙар статусын күтәреү кәрәклеген, уның мөһимлеген дә билдәләне. Конференцияла ғаиләне нығытыу, ата-әсәләрҙең балаларҙы тәрбиәләүҙә яуаплылығын көсәйтеү хаҡында фекер алышынды. Сарала шулай уҡ Өфөнөң аҡ инәйҙәре ҡатнашты. Быуаттарҙан быуаттарға ҡәҙерләп һаҡлап киленгән изге төшөнсәләр, изге ҡиммәттәр хәҙерге заманда ла һаҡланырға тейеш, тыуған ергә, телебеҙгә булған һөйөү һүрелмәһен ине, тигән теләктәрен белдерҙе улар. 



Последние новости

Яндекс.Метрика