Үткән тәүлектә республика юлдарында 11 авария теркәлде

Уларҙа 14 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған, 1 кеше һәләк булған.  Бөгөн төндә Иглин районы биләмәһендә – йәйәүле, Форд Фокус автомобиле тәгәрмәсе аҫтында ҡала. Фажиғәле авария, Һамар-Өфө-Силәбе трассаһында теркәлә. Водитель һүҙҙәренә ҡарағанда ир кеше юл уртаһынан китеп барған. Әлегә, уның шәхесе билдәҺеҙ. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары,  бер тәүлектә 65 иҫерек водителде ҡулға алған, шул иҫәптән икәүһе, эскән килеш руль артына ҡабаттан ултырған, улар — Енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.



Последние новости

Яндекс.Метрика