Бәлә аяҡ аҫтында ята

Өфөлә балаларға һөжүм итеү осраҡтарынан һуң, ҡала хакимиәте башлығы мәктәптәр янында һәм ҡараңғы урындарҙа гараждарҙы алып ташларға ҡушты. Был, әлбиттә, именлек өсөн эшләнә. Ләкин, мәсьәләнең икенсе яғы ла бар. Элекке гараждар урынында соҡорҙар ҡала. Улар ҙа балалар өсөн хәүеф менән янай.  Камил Бикбулатов өлкәндәр менән генә тышҡа уйнарға сыға. Мәктәпкә барғанда һәм ҡайтҡанда ла өләсәһе оҙатып ҡуя һәм ҡаршы ала. Гараждарҙы һүтә башлағастар, улар урынында соҡорҙар ҡала. Хәҙер Өфө юлы урамында йәшәүселәр нимә эшләргә белмәй. Балалары өсөн йәш әсәләр ҙә борсола. Ата-әсәләр балалары өсөн генә түгел, ололар өсөн дә ҡурҡа. Сөнки, ҡайһы бер баҙҙарҙың тәрәнлеге ике метр самаһы. Ҡайһы бер баҙҙарҙың ҡапҡасы асыҡ, уның өҫтөндә ҡар ята. Ә был баҙҙы таҡталар менән ҡаплап ҡуйғандар, ә уларҙан тутығып бөткән бихисап ҡаҙау сығып тора. Мәсьәлә буйынса „Өфө юлы„ урамында йәшәүселәр ҡала һәм район хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән булған. Ләкин, аныҡ яуап алмаған. „Өфө юлы„ урамында тиҫтәгә яҡын гараж һүтелгән. Әммә, унда ҡыҙыл таҫмалар эленмәгән һәм махсус табаҡтар һалынмаған. Мәсьәлә ҡасан хәл ителәсәк һуң. Әле „Өфө юлы, урамында тағы ла тиҫтәләгән гараж ҡала. Ә күрше урамдарҙа уларҙың һаны бихисап.



Последние новости

Яндекс.Метрика