Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Парижда террор ғәмәлен ойоштороусы дүртенсе кешенең шәхесе асыҡланған. Лионда тентеүҙәр ваҡытында ракета, Гренобльда ҡорал һәм аҡса табылған. 15 кеше ҡулға алынған. Францияла иғлан ителгән ғәҙәттән тыш хәл полицияға террорға ҡаршы операцияны тәүлек әйләнәһенә үткәреү мөмкинлеге бирә.

Төркиәнең Анталья ҡалаһында үткән саммитта сәхнәләге өс бесәй журналистарҙың иғтибарын йәлеп итте. Улар бер-бер артлы сығып ДЖИ 20 логотибы һәм  дәүләттәрҙең әләмдәре янында хужаларса йөрөп хәбәрселәрҙе генә түгел, ил башлыҡтарын да аптырашта ҡалдырҙы. Интернет селтәрендә бесәйҙәргә нанокамералар ҡуйылған булыуы ихтимал тигән фаразлауҙар ҙа бар.

Ҡытайҙа күп ҡатлы йортто емергәндәр. Бина буш торған. Шуға ла урындағы хакимиәттәр уны емерергә ҡарар иткән. Бының өсөн тоннанан ашыу шартлатҡыс ҡулланылған. Йортто емереү шул тиклем оҫта башҡарылған, эргә тирәләге йорттарға хатта бер таш та эләкмәгән.

Австралияла яр буйында диңгеҙҙә йәшәүсе һәм бик һирәк осраусы хайуанды тапҡандар. Ул фәнгә зәңгәр дракон булараҡ билдәле.  Диңгеҙҙә ул бөтөнләй күренмәй тиерлек.



Последние новости

Яндекс.Метрика