Быуындар йөрәгендә ғорурлыҡ һәм хәтер

Ошо исемле патриотик проектты Башҡортостанда ғәмәлгә ашырыусы дәртле йәштәр ихтирамға лайыҡ. Бөгөн уларға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай исеменән рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Республикала 125 меңдән ашыу яугир хәбәрһеҙ юғалған, тип иҫәпләнә, „Быуындар йөрәгендә ғорурлыҡ һәм хәтер„ патриотик проектын ғәмәлгә ашырыу барышында беренсе йылда уҡ 5168 һалдат исеме ҡайтарылған. Хәҙерге мәлдә эҙәрмәндәр уларҙың туғандарын табырға һәм киләһе йыл хәтер көнөндә тупланған бар мәғлүмәтте уларға тапшырырға әҙерләнә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай  Президиумының сираттағы ултырышында мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова проектты ғәмәлгә ашырыуҙың тәүге этабына йомғаҡ яһаны. Ғорурлыҡ тәрбиәләү һәм хәтер һаҡлау эшенә мәктәп уҡыусыларының дәррәү ҡушылыуы һөйөндөрә. Хәйер, файҙалы ла ҡыҙыҡлы ла эшмәкәрлекте мәғлүмәт базаларын ҡулланырға белгән һәр кем башҡара ала. Проекттың үҙ сайты бар. Мәғлүмәттәр иһә эҙәрмәндәр отрядтары фондына нигеҙләнә. Эҙәрмән табыштары, отрядтар эшмәкәрлегендәге методик ысулдар илдә үҙенсәлекле тәжрибә, тип танылған. „Быуындар йөрәгендә ғорурлыҡ һәм хәтер„ патриотик проектын ойоштороу һәм ғәмәлгә ашырыуҙа әүҙемлек күрһәткән йәштәр бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай исеменән рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлекле бүләктәр алды.Депутаттар бөгөн Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙың 26-сы ноябрҙә үтәсәк 24-се пленар ултырышының көн тәртибен билдәләне. Ошо уҡ көндө Республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәғәт менән сығыш яһауы көтөлә. 



Последние новости

Яндекс.Метрика