Киләсәк беҙҙән башлана!

Ошо девиз аҫтында Баш ҡалала Беренсе балалар ҡоролтайы үтте. Ватансылыҡты тәрбиәләү һәм үҫеп килеүсе быуындың гражданлыҡ әүҙемлеген яҡлау маҡсатында үткәрелгән сарала республика мәктәптәренән 114 делегат ҡатнашты. Трибунаға сығып доклад уҡыусыларҙан тыш һәр делегат Асыҡ микрофонға сығып үҙ фекерен әйтә, бәхәс ҡора. Был мәктәп балаларының уйыны түгел, ә 8-сенән 11-се классҡа тиклемге уҡыусыларҙың сәйәсмән ролендәге тәүге сығыштары тип тә ҡабул итергә мөмкин.Әлегә тиклем был сара йәштәр форумы тип үткәрелеп килһә, быйылдан улар яңы кимәлгә күтелгән.  Башта яҙма эштәргә конкурс иғлан итеп 100-ҙән ашыу эш ҡабул иткәндәр. Иң ҡыйыу фекерлелеләр 114 делегат ҡаршыһында сығыш яһаны. Сара  уҡыусы йәштәрҙе республиканың ижтимағи-сәйәси тормошона йәлеп итеү, гражданлыҡ һәм илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү, уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү йәһәтенән ойошторола. Иң мөһиме йәштәр республикала актуаль проблемаларҙы күрә, тоя белә, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләргә тырыша. Аҙаҡ сығыштар буйынса резолюция ҡабул ителде. Ойоштороусылар уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына ебәрәсәк.



Последние новости

Яндекс.Метрика