Башҡортостанға Американан индерелгән тауар күләме 35 процентҡк кәмегән

Был импортты үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙар менән алмаштырыу һөҙөмтәһе. Һумдың түбәнәйеүе һәм сит ил тауарҙарына хаҡ артыу сәбәпле сәнәғәт, фармацевтика, ауыл хужалығы һәм башҡа мөһим тармаҡтар ауырлыҡ кисерә. Сөнки күп кенә компоненттар, запас частәр һәм заводтар өсөн станоктар сит илдән индерелә. Импортты алмаштырыуҙа закондарҙың камил булмауы ла ҡаршылыҡтар тыуҙыра. Рәсәйгә ҡарата көнбайыш санкциялары индерелгәс, импортты алмаштырыу буйынса йәнле эш башланды. Республикала был йәһәттән бик күп эш башҡарыла. Белгестәр тап ошо мәл менән файҙаланып ҡалырға кәңәш итә. Санкциялар урындағы тауар етештереүселәргә үҫеш өсөн киң мөмкинлектәр аса. Айырыуса бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн. Белгестәр импортты алмаштырыу йүнәлешендә эшмәкәрлекте йәнләндереү өсөн тәү сиратта бизнес өсөн аңлайышлы ҡағиҙәләр булдырырға тәҡдим итә.  Ултырышта ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә баҙар, магазин кәштәләренә аҙыҡ-түлектәрен ҡуйып һатыуҙа ярҙам итеү тураһындағы тәҡдимдәр ҙә яңғыраны.Импортты алыштырыу ғына түгел, ә фермерлыҡ хужалыҡтарына иҡтисадттың ҡулайлы моделен төҙөү ҙә мөһим, ти Анна Заборенко.Сарала „Мөмкинлектәр, һәм „Үҙ илебеҙ тауарҙарына, дарыуҙарына ҡытлыҡ янамаймы„ тигән етди һөйләшеү булды. Халыҡ фронты вәкилдәре  Башҡортостадың сәнәғәт мөмкинлектәрен баһаланы. Кәңәшмәлә күрелгән сараларға ҡарамаҫтан,  ҡайһы бер социаль тауарҙарға ҡытлыҡ булыу осраҡтары барлығы хаҡында әйтелде.



Последние новости

Яндекс.Метрика