Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй Сүриәлә ИГИЛ төркөмөнә ҡаршы баҫымды көсәйтә. Ил президенты Владимир Путин флот һәм авиацияға террорға ҡаршы Франция менән бергә көрәшергә саҡырҙы.Беҙҙең ил Синай ярымутрауында авиаһәләкәт сәбәбе теракт тигән хәбәрҙән һуң  Ислам дәүләте террорсылар төркөмөн утҡа тотоуҙы көсәйтте.

Ганноверҙа стадион янында полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ ярҙам машинаһында бомба тапҡан. Ошо сәбәпле футбол ҡарарға килеүселәр эвакуацияланған. Уйында ҡарарға Германия канцлеры Ангела Меркель да килергә тейеш булған.

Техас штатында торнадо нефть компанияһына ҙур зыян килтергән. Һауаға газ сыҡҡан, ергә химик матдәләр аҡҡан. Техноген авария сәбәптәрен бөтөрөүҙә янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусылар ҡатнаша. Һәләк булыусылар тураһында хәбәр ителмәй. 



Последние новости

Яндекс.Метрика