“Салауат Юлаев” хоккей клубы “Локомотив” командаһынан икегә дүрт иҫәбенә еңелде

“Өфө-Аренала” уҙған матчта майҙан хужалары үҙ дәғүәселәренән көсҺөҙөрәк булып сыҡты. “Юлаевсыларҙың” баш тренеры Игорь Захаркин да кисәге осрашыуҙан ҡәнәғәт түгел. Спортсыларҙы ул баҫыуҙағы крәҫтиәндәргә, картуф йыйылған тоҡто бәйләй алмаусыларға тиңләгән. Ә кисәге матчтағы иң хәтерҙә ҡалырлыҡ мәл тип, Игорь Захаркин билдәле йырсы Илдар Абдразаҡовтың сығышын атаған. 



Последние новости

Яндекс.Метрика