Рәсәйҙә демографияла ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә

Шул уҡ ваҡытта субъекттарҙа эшкә һәләтле граждандар мегаполистарға күсеп китеүҙе хуп күрә. Ошо турала бөгөн Өфөлә уҙған ғилми-ғәмәли конференцияла әйтелде.  Уның эшендә Рәсәйҙең 33 төбәгенән ғалимдар ҡатнаша. Өфөлә федераль кимәлдә уҙғарылған конференция, тәү сиратта социология, политология һәм сәйәсәт өлкәһендә эшләүсе ғалимдар өсөн әһәмиәтле. Һуңғы осорҙа демография даирәһендә хәлдәрҙең ҡатмарлы булыуын иҫәпкә алғанда, бары тик кешелек потенциалындағы тенденция ғына ыңғай яҡҡа үҙгәреү мөмкинлеген бирә. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов та, бөгөн тикшерелгән мәсьәләгә ентекле ҡараш кәрәклеге тураһында белдерә. 

Ә Рәсәйҙә яңы демографик тенденциялар киләсәге нимәнән ғибәрәт һуң.  Һуңғы йылдарҙа позицтив үҙгәрештәр булһа ла, илдә  балалар үлеме, үлемдең тыуымдан күберәк булыуын бер кем дә йәшермәй. Эшкә яраҡлы граждандар һанының иң күп теркәлгән осрағы ла бынан 4  йыл элек булған.

Ғалимдар хәҙер Рәсәй халҡының демография буйынса иң ҡатмарлы осор кисереүе хаҡында әйтә. Ә 2020  йылда Рәсәй эшсе көстәр миграцияһына дусар буласаҡ.

Шулай ҙа Рәсәйҙә демография буйынса үҙгәрештәр юҡ түгел. Ул тәү сиратта ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың уртаса ғүмер оҙонлоғоноң 70 йәштән уҙыуына бәйле. Тик был күрһәткес буйынса илебеҙ махсус статистика исемлегендә әлегә тик 51 урында килә. 



Последние новости

Яндекс.Метрика