Өфөлә билдәле йырсылар ҡатнашлығында хәйриә концерты үтте

Опера йондоҙо Дмитрий Хворостовский һәм танылған яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры оркестры менән бергә сығыш яһаны. Сарала Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Рәсәйҙең балалар хоҡуҡтары буйынса вәкиле Павел Астахов, шулай уҡ, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән ҡунаҡтар ҡатнашты. Концерттан йыйылған аҡса – ауыр сир менән яфаланған, етем ҡалған һәм ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға йүнәлтеләсәк. Театр фойеһында Рәсәйҙең балалар хоҡуҡтары буйынса вәкиленең матбуғат хеҙмәткәре Андрей Караның күргәҙмәһе ойошторолған. Абруйлы ҡунаҡтар илдең төрлө төбәктәренән биш йыл эсендә йыйылған эштәр менән танышты. Тамаша алдынан тәүге тапҡыр Башҡортостан дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы әҙерләгән фильм күрһәтелде. Хеҙмәттәшебеҙ Юлиә Тютина, продюсерҙар, операторҙар, режиссерҙар әҙерләгән „Йөрәк моңо„ картинаһы Дмитрий Хворостовский һәм уның балаларға күрһәткән ярҙамы тураһында. Фильм барышында тамашасылар кеҫә телефонынан хәйриә фондына аҡса күсерҙе.  Концерт Рәсәй һәм донъя композиторҙары әҫәрҙәренән торҙо. Тамашасылар Дмитрий Хворостовский һәм яҡташыбыҙ Илдар Абдразаковты алҡыштар менән ҡаршыланы. Йырсылар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының симфоник оркестры менән сығыш яһаны. Концертҡа илебеҙ башҡалаҙынан ҡунаҡтар ҙа килгәйне. Концерттан йыйылған аҡсаның күпселеге ауыр сирҙәргә дусар булған балалар исеменә күсереләсәк. Бер өлөшө ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгәндәргә бүленә. Концертҡа билеттар алдан уҡ һатылып бөткән ине. Шуға күрә, опера сәнғәтен һөйөүселәрҙең ҡайһы берҙәре сараға эләгә алманы. 716 урынға иҫәпләнгән Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры залы шығырым тулы. Концерттан йыйылған аҡса балаларҙы дауалау өсөн йүнәлтеләсәк. Улар араһында Башҡортостандан ҡырҡлап сабый бар. Әлегә 30 миллион һумдан ашыу сумма тупланыуы хаҡында билдәле. Әйткәндәй, Мәскәүҙә үткән ошондай уҡ концертта 20 миллион һум йыйырға өлгәштеләр.Башҡортостан дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы әҙерләгән фильм ошо шәмбе иртәнге сәғәт туғыҙ тула егерме минутта Рәсәй телеканалында ла күрһәтеләсәк.



Последние новости

Яндекс.Метрика