Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Синай ярымутрауында Рәсәй самолеты газлы һыу һауытына һалынған шартлатҡыс ярҙамында шартлатылған. Террор ғәмәле өсөн яуаплылыҡты Ислам дәүләте төркөмсәһе үҙ өҫтөнә алды. Улар тәүҙәрәк көнбайыш авиакомпанияһы самолетын шартлатырға уйлаған. Әммә һуңынан Мәскәү Сүриәлә ИГИЛ биләмәһен утҡа тота башлағас Рәсәй лайнерына бомба һалғандар.

Париждағы террор ғәмәлдәренән һуң Франция һәм Рәсәй Сүриәләге Ислам дәүләте биләмәләрен утҡа тотоуҙы көсәтте. Рейтер агентлығы 33 террорсы һәләк булған тип хәбәр итә. Рәсәй оборона министрлығы ТУ-160 самолетынан террорсылар позицияларын утҡа тотто.

Һиндостандың ҡайһы бер штаттарында һыу баҫыу сәбәпле 150 кеше һәләк булған, 60 меңе йорт-ҡаралтыһыҙ тороп ҡалған. Туҡтауһыҙ яуған ямғырҙан сәбәпле йылғалар ярҙарынан сыҡҡан. Ҡайһы бер биләмәләрҙә ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән.

Батырлыҡ йәки пассажирҙар именлеге өсөн яуаплылыҡ. Донъялағы ҙур  аэропорттарҙың береһендә ғәҙәттән тыш хәл иҫкәртелә. Боинг самолетының алғы  шассиһы асылғанда тәгәрмәстәр ҡыйшая һәм уны аэропортҡа ултыртыу мәсьәләһе килеп тыуа. Әммә джип ярҙамында  лайнер бер ҡыйынлыҡһыҙ ергә ултыра. 



Последние новости

Яндекс.Метрика