Ауыл фельдшерҙарына хөкүмәт ярҙамы күрһәтеләсәк

Башҡортостанда  ауылда эшләргә  теләгән  фельдшерҙарға  400  мең һум аҡса  түләү планлаштырыла. Һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр  Бакиров  әйтеүенсә, әле тармаҡта 39 меңдән ашыу фельдшер  эшләй.  Шул уҡ ваҡытта, ауыл ерендә хеҙмәткәрҙәрҙең 8 проценты  пенсияға  сығыу  йәшендә, өс-дүрт йылдан кадрҙарға ҡытлыҡ булыуы ихтимал. Ошо  проблеманы  хәл  итеү  өсөн  Башҡортостан  хөкүмәтендә «Ауыл фельдшеры» тигән ҡарар  проекты әҙерләнгән.  Бюджеттан  36 миллион  һум  бүлеү  ҡарала.  Әйткәндәй, 2012  йылдан  эшләп  килгән «Ауыл  табибы» программаһы  буйынса  Башҡортостанда  ауыл дауаханаларына меңдән ашыу  табип  эшкә  урынлашҡан.



Последние новости

Яндекс.Метрика