Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһы

Өфөлә Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк мәсьәләләренә арналған Бөтә Рәсәй ғилми конференцияһы үҙ эшен тамамланы. Унда ил төбәктәренән, шулай уҡ, сит илдәрҙән ғалимдар ҡатнашты. Сара сиктәрендә Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинованың 65 йәшлек юбилейы менән ҡотлау тантанаһы булды. Шулай уҡ, Мәүлит Ямалетдиновтың Ҡөръән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма китабының исем туйы үтте. Ғилми форум барышында ерле һөйләштең нисек һаҡланыуы, әҙәби тел һәм диалектарҙың мөнәсәбәте, туған тел һәм дәүләт телдәрен уҡытыу мәсьәләләре тикшерелде. Пленар һәм секция ултырыштарында 40-тан ашыу доклад тыңланды. Диалектология мәсьәләһе сит ил ғалимдарын да борсой. Конференция сиктәрендә төрлө күргәҙмәләр һәм мәҙәни саралар ойошторолдо. Шулай уҡ, фән эшмәкәрҙәре, дин әһелдәренең китаптары менән таныштырыу үтте. Был юлдар Ҡөръән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма китабынан. Уны Учалы ҡалаһында йәшәүсе Мәүлит Ямалетдинов баҫтырған. Белгестәр шиғри аңлатма донъялағы серҙәрҙе, беҙ аңламаған әйберҙәрҙең айышына төшөнөргә ярҙам итәсәк, тип билдәләй. Әлегә китап 500 дана менән генә баҫтырылған. Улары ла тик изге йорттарға һәм муллаларға таратыла. Киләсәктә китап тағы ла өҫтәп сығыр, тип өмөтләнә автор. Диалектология буйынса конференцияла тиҫтәгә яҡын ҡарар ҡабул ителде. Улар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм төрлө ведомстволарға тикшереүгә тәҡдим ителде.



Последние новости

Яндекс.Метрика