Рәсәй сит ил эштәре министрлығы террор хәүефе сәбәпле Төркиәгә бармаҫҡа кәңәш итә

Төркиә менән Рәсәй араһындағы ҡатмарлы хәл сәбәпле туризм тармағы ҙур юғалтыуҙар кисереүе ихтимал. Йыл һайын Төркиәгә беҙҙең илдән 3 миллион 300 мең самаһы кеше ял итергә бара. Улар унда 65 миллиард һум аҡсаһын ҡалдыра. Яҡын арала туроператорҙарға һатып алынған 40 мең юллама хаҡын һәм был илдә ял иткән 10 мең туристы кире ҡайтарырға тура киләсәк. Рәсәй сит ил эштәре министрлығы  террор хәүефе сәбәпле Төркиәгә бармаҫҡа кәңәш итә. Анкарала яңы ғына теракт ҡылынып, йөҙләгән кеше һәләк булды.  Июлдә лә ошоға оҡшаш фажиғә булып, кешеләрҙең ғүмере өҙөлгәйне.  Был Төркиәлә “Ислам дәүләте” боевиктарының иркен эш итә башлауы. Рәсәй самолеттары Сүриәләге боевиктарҙы һауанан утҡа тота башлағас, Төркиә президенты Тайып Эрдоган илебеҙ етәкселеген ҡаты тәнҡитләгәйне. СУ-24 самолеты менән булған фажиғәнән һуң, Рәсәй етәкселегенең түҙемлеге бөттө. Ил етәкселеге үҙ халҡын яҡлау ниәтенән Төркиә менән бөтә дипломатик һәм сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе туҡтатып торорға кәрәк, тип иҫәпләй. Был низағ, үҙ сиратында, беҙҙең республика эшҡыуарҙарының эшен тотҡарлаясаҡ.Шулай уҡ, был тыйыуҙар туристик индустрияға ҡағыласаҡ. Беҙҙең республиканан ғына Төркиәлә йыл әйләнәһенә меңәрләгән кеше ял итә. Дуҫлыҡ мөнәсәбәтендәге Төркиәнең ошондай рәхимһеҙ ҡылығынан һуң, эҙемтәләр ҡурҡыныс булыуы ихтимал.  Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Синай ярымутрауында “Когалымавиа” самолеты һәләкәтенән һуң да Рәсәй-Мысыр осоштары тулыһынса туҡтатылғайны. 



Последние новости

Яндекс.Метрика