Етлекмәй тыуған сабыйҙарға ярҙам

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан 3-сө бала табыу йорто ваҡытынан алда тыуған бик күп сабыйҙарҙы аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итә. Бындағы  ҡорамалдар хатта бәләкәй тән  ауырлығы менән тыуған балаларға ла һулыш алып йәшәп китеү мөминселеген бирә. Өсөнсө сабыйға йән өрөүсе Ғәзимә Кинйәбулатова бала табыу йорто табиптарына сикһеҙ рәхмәттәрен белдерә. Бала биш көн буйына аппарат ярҙамында тын ала. Бөгөн  генә үҙ аллы һауа һулай башланы, тип шатлығы менән уртаҡлаша әсә. Бәләкәстең исемен дә ул әлегә әйтмәй, сер итеп һаҡлай. Етлекмәй йә ауыр шарттарҙа тыуған сабыйҙар бала табыу йортоноң яңы тыуған балалар реанимацияһы һәм интенсив дауалау палатаһына эләгә. Сабыйҙы һалған махсус ҡоролмалар әсә ҡарынын хәтерләтә – унда дымлы, ҡараңғы һәм йылы булыу мотлаҡ. Табиптар әйтеүенсә, ваҡытынан алда тыуыусы балаларҙың донъяға килеүе йыш күренеш.  Шулай ҙа былтырғыға ҡарағанда етлекмәй тыуған балаларҙың һаны аҙайҙы, ти Алһыу Риф ҡыҙы. Бала табыу йортонда йылына 350 сабый донъяға килһә, шуларҙың 9-10 пронцеты- ваҡытынан алда тыуған балалар. Яңыраҡ бала табыу йортонда яңы ҡорамалдар менән дә байытыла. Улар сабыйҙың физик торошон ғына түгел, ә аҡыл камиллығын да һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Етлекмәй тыуған сабыйҙар махсус бағыу талап итә. Улар нәҡ шундайҙар өсөн тәғәйенләнгән палаталарға, бокстарға һалына.Бында ваҡытынан алда тыуған сабыйҙарҙы тәрбиәләйҙәр. Әлеге бәләкәс биш көн элек кенә 900 грамлыҡ булып донъяға килә.  Был аҙнала баланы артабан дауалау өсөн 17-се дауаханаға күсерәсәктәр. Яңы тыуған балалар реанимацияһы һәм интенсив дауалау палатаһына ауыр хәлдәгеләр ҙә, 500 грам ауырлыҡта тыуған сабыйҙар ҙа эләгә. Балаларға тәүге минуттарҙа уҡ тейешле ярҙам күрһәтеү мөһим. Сөнки бәләкәй генә хата ла сабыйҙың ғүмеренә зыян килтереүе ихтимал, ти белгестәр.



Яндекс.Метрика