Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Иордания короле менән осрашыуҙа Рәсәй президенты Владимир Путин Төркиәлә бәреп төшөрөлгән самолетҡа бәйле мөһим белдереү яһаны.Рәсәй оборона министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй самолеты Төркиәнең һауа киүлегенә инмәгән.

Америка Ҡушма Штаттары үҙ ватандаштарын террор ғәмәлдәре булыу ихтималлығы тураһында иҫкәрткән. Американдарға транспортта, йәмәғәт урындарында, халыҡ күп йыйылған урындарҙа  уяу булырға кәңәш ителә.

Чикагола меңләгән кеше урамға сығып хәрәкәтте туҡтатҡан. Улар  ҡара тәнле малайҙы үлтергән полиция хеҙмәткәрен тиҙ арала яуапҡа тарттырыуҙы талап иткән. Чикаго прокуратураһы уға ғәйепләү белдереп халыҡты тынысландырырға тырышҡан.



Яндекс.Метрика