Рөстәм Мәрҙәнов Республика Хөкүмәте премьер-министры итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов уның кандидатураһын Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында тәҡдим итте. Республика башлығы  Рөстәм Хәмитов бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ хат менән дә мөрәжәғәт итте. Хәбәрсе. Был тәғәйенләүҙе депутаттар һәм йәмәғәтселек хуплап ҡаршы алды. Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарына мөрәжәғәт итеп Рөстәм Мәрҙәновтың яуаплы кеше булыуын билдәләне. Депутаттар Рөстәм Мәрҙәнов кандидатураһын бер тауыштан хупланы. Үҙ сиратында Рөстәм Мәрҙәнов Башҡортостан башлығы һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡуйған бурыстарҙы үтәргә, халыҡ өсөн хеҙмәт итергә вәғәҙә итте.Был тәғәйенләүҙе депутаттар һәм киң йәмәғәтселек ыңғай ҡабул итте. Тәүҙә Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов биш йыл эсендә башҡарылған эштәргә ентекле йомғаҡ яһаны. Мәҫәлән, республикаға инвестициялар йәлеп итеү 2 тапҡырға артҡан һәм 400 миллиард һумға еткән.Башҡортостан башлығы халыҡ өсөн эшләнгән һәм хәл ителгән мәсьәләләргә лә туҡталды. Ошо арауыҡ эсендә 60 меңдән ашыу яңы хеҙмәт урындары булдырылған. Уртаса эш хаҡы 5,5 процентҡа күтәрелгән, демография яҡшырған. Торлаҡ төҙөлөшө буйынса, иһә беҙ алдынғылар рәтендә.Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов ошо эштәрҙе дауам итергә саҡырҙы. Шул уҡ ваҡытта яңы йүнәлештәр ҙә билдәләне.Дәүләт Думаһы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, хөкүмәт вәкилдәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре Башҡортостан башлығының мөрәжәғәтнамәһен ыңғай ҡабул итте. Улар бигерәк тә ауылға иғтибар артыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.Киләсәктә Башҡортостан хөкүмәтенә барлыҡ тармаҡтарҙы ла үҫтереү мәсьәләһенә арналған комплекслы программа ҡабул итергә ҡушылды. Ул республиканың үҫешендә, халыҡтың йәшәйәшендә сағыласаҡ, тип ышана Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов.Беренсе тапҡыр Башҡортостан башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға 2010 йылда мөрәжәғәт иткәйне. Был юлы Рөстәм Хәмитов төп иғтибарҙы кеше мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтте. Ғәҙәттәгесә, ауыл хужалығы, медицина, сәнәғәт, торлаҡ һәм балалар баҡсалары төҙөү, юлдар һалыу, инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләләре күтәрелде. Биш йыл элек кеүек Башҡортостан башлығының мөрәжәғәтнамәһе социаль йүнәлешле булып ҡала.



Яндекс.Метрика