Төркиә менән Рәсәй араһындағы ҡатмарлы хәл сәбәпле туризм тармағы ҙур юғалтыуҙар кисереүе ихтимал

Йыл һайын Төркиәгә беҙҙең илдән 3 миллион 300 мең самаһы кеше ял итергә бара. Улар унда 65 миллиард һум аҡсаһын ҡалдыра. Яҡын арала туроператорҙарға һатып алынған 40 мең юллама хаҡын һәм был илдә ял иткән 10 мең туристы кире ҡайтарырға тура киләсәк. Рәсәй сит ил эштәре министрлығы  террор хәүефе сәбәпле Төркиәгә бармаҫҡа кәңәш итә. Ошо йәһәттән, Төркиә менән тығыҙ бәйләнештә булған республиканың туризм агентлыҡтары, эшҡыуарҙар аптырашта ҡалған. Төркиәгә юл ябыла тигән хәбәр туристик агентлыҡтарҙы хәүефкә һалды. Сөнки ял итеүселәрҙең  80%-ы тап ошо йүнәлеште һайлай. Был илдәге хаҡтар ҙа, һауа шарттары ла күпселек туристарҙы ҡәнәғәтләндерә. Билдәле сәбәптәр буйынса Мысырға юл ябылғас та, туристарҙы Төркиәгә ебәрҙеләр. Әле лә унда ял итеүсе ватандаштарыбыҙ бар. Әммә бөгөндән был дәүләткә юлламалар һатылмай. Хеҙмәттәшлек бөтөнләйгә туҡтатыла ҡалһа, туризм агентлыҡтарының күбеһе бөлгөнлөккә төшәсәк.  Сауҙа өлкәһендә эшләүселәр ҙә аптырашта ҡалған. 23 йыл Стамбулдан өҫ кейеме ташып һатҡан Фирдания Закирова башҡа  илдәр менән бәйләнешкә инергә ашыҡмай.Эшҡыуар яңы йылға тауар артынан барырға алдан билет һатып алған да инде. Әммә уның юлы уңырмы-юҡмы әлегә билдәһеҙ. Кире осраҡта, башҡа илдәр менән хеҙмәттәшлек эҙләү сараһы ғына ҡала. Туризм өлкәһендә лә килеп тыуған хәлдән сығыу юлын табырға мөмкин.

Ете диңгеҙ аръяғындағы илдәр урынына үҙебеҙҙең Ҡырым, Краснодар курорттарына өҫтөнлөк бирергә мөмкин. Әле Башҡортостанда ял итеүҙең төрлө йүнәлештәрен яйға һалыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла ла инде. Бәлки был тыйыуҙар республикала туризм тармағын үҫтереүгә йоғонто яһар. 



Яндекс.Метрика