Мөнәсәбәттәрҙең ҡатмарлашыуы ике яҡ өсөн дә отошло түгел

Иҡтисад, финанс һәм бизнес институы директоры Рөстәм Ахунов фекеренсә, Рәсәй менән Төркиә араһында мөнәсәбәттәрҙең ҡатмарлашыуы ике яҡ өсөн дә отошло түгел.Башҡортостан Төркиә менән тығыҙ бәйләнештәр урынлаштырған. Төбәк экспортының 5 % ошо илгә тура килә, импорт 3 %.  Ошоларҙы иҫәпкә алып, килеп тыуған хәлдән сығыу юлы табылыр, иҡтисадҡа зыян килмәҫ тип уйлайым тигән Рөстәм Ахунов.



Яндекс.Метрика