Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәйҙең СУ-24 самолеты һәләкәте мәскәү менән Анкара араһындағы мөнәсәбәттәрҙе ҡатмарлаштырҙы. Яҡтар бер-береһенә бик ҡаты белдереүҙәр менән бәрелә. Төркиә самолет илдең һауа киңлеген боҙҙо тип раҫлаһа, Мәскәү СУ-24 Сүриә биләмәһендә бәреп төшөрөлдө тип белдерә.Төркиә етәксеһе Рәжәп Эрдоған, Анкара Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе боҙорға теләмәй тип  белдергән.

Франция президенты Франсу Олланд Ислам дәүләте террор төркөмсәһе менән көрәштә Германияны әүҙемерәк булырға саҡырған. Был ойошма менән  һүҙ ярҙамында көрәшеп булмай, шуға ла беҙ террорсылар менән ҡорал ярҙамында ҙуғышырға тейешбеҙ тигән Ангела Меркель.

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының метеоролгия хеҙмәте 2015-се йылдың эҫелек буйынса рекорд ҡуйыуын хәбәр итте. Хатта Тибет тауҙарында боҙҙар ирей башлаған. Һуңғы илле йылда уларҙың ҡалынлығы 30 сантиметрға аҙайған. Быны белгестәр ҙур фажиғә тип ҡабул итә һәм ашығыс саралар күрергә саҡыра.

Америкала шәхси космос компанияһы күп тапҡыр ҡулланыла торған ракетаны һынап ҡараған. Был ракета 6 пассажир менән 100 саҡырым бейеклеккә күтәрелә ала.  Осоусы аппарат космосҡа туристарҙы алып сығыу өсөн тәғәйенләнгән. Экскурсия 10 минут дауам итәсәк. 



Последние новости

Яндекс.Метрика