Такси автомобиле ниндәй төҫтә булырға тейеш?

Был мәсьәлә бер нисә йыл инде пассажир ташыусыларҙы һәм депутаттарҙы борсой.Ошо проблеманы хәл итеү ниәтенән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай вәкилдәре, төрлө ведомство ағзалары баш ҡаланың такси хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. Унда пассажирҙарҙы ташыу, именлек, хеҙмәтләндереү сифаты һәм башҡа проблемалар ҡаралды.  Осрашыу менән менән ҡайһы бер пассажир ташыусы компаниялар ҡәнәғәт ҡалды. Тик әле лә уларҙы борсоған һорауҙар бихисап.

Йәш ғалимдар Өфөлә урынлашҡан инжинирия үҙәгендә төрлө тәжрибәләр эшләп үҙ ниәттәрен бойомға ашыра ала. Бындай үҙәктәр илдең төрлө төбәктәрендә урынлашҡан. Инжинирия үҙәге  Башҡортостанда 2013-сө йылда ғына барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, бик күп йәш ғалимдар унда үҙ урынын тапҡан. Ғәлиә Рамазанова Өфө дәүләт нефть  университеты магистратураһында  белем ала. Киләсәктә ҡыҙ  һөнәре буйынса инженер-биотехнолог буласаҡ. Был ҡыҙыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта күп көс талап иткән эш көндән-көн үҙенә ылыҡтыра, ти йәш белгес.Һөт һәм гәрәбә кислотаһы ярҙамында  тиҙҙән һығылмалы йыһаздар, кәрәк-яраҡтар эшләнәсәк, улар тиҙ юҡҡа сығыусанлыҡтары менән дә әлегеләренән айырылып торасаҡ, ти ғалимдар. Үҫтерелгән һәр әсетке микроскоб аша тикшерелә. Хәҙер яңы ғына алынған әсеткенең сифатын ҡарайбыҙ. //Был препаратта сит микробтар табылманы, тимәк эште дауам итергә лә мөмкин.Башҡортостандағы инженирия үҙәге биотехнологиялар менән эш итә. Үҙәктең баш инженеры Роберт Ғәйфуллин әйтеүенсә,  төп маҡсат – ошо йүнәлештә  бәләкәй һәм урта кәсеп менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарға ярҙам итеү.Яңы технологияларҙы ғәмәлгә ашырыу ҡыҙыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта бик ҡатмарлы ла эш. Сертификат алыу өсөн генә кәмендә өс йыл үтә. Уйлап сығарылған яңы препараттар файҙаланыуһыҙ ҡалмаҫ, тип ышана белгестәр. Ә ниәттәрҙе бойомға ашырырға иһә, инжинирия үҙәктәре ярҙам итәсәк.



Яндекс.Метрика