Красноярский крайында вертолет ҡолау һөҙөмтәһендә Башҡортостандан ике кеше һәләк булды

Улар — 53  йәшлек икенсе пилот Левон Танянан һәм бортмеханик Радик Вәлиев. Һуңғыһы 54 йәшен тултырған. Мәрхүмдәр — тәжрибәле белгестәр тип һаналған. Енисей йылғаһы өҫтөндәге фажиғә кисә булғайны. Игарканан нефть ҡыуыусы станцияға осҡан бортта 22 кеше була. Пассажирҙарҙың унауһының ғүмере өҙөлә.  Ҡорбандар иҫтәлегенә бөгөн Красноярский крайында матәм көнө иғлан ителгән. Аварияның төп сәбәбе-вертолеттағы техник етешһеҙлектәр. 



Яндекс.Метрика