Өфөлә 21 йәшлек ҡыҙҙы пневматик ҡоралдан йәрәхәтләү буйынса енәйәт эше асылыуы ихтимал

Ошо көндәрҙе зыян күреүсе ҡыҙ медицина экспертизаһы үткән.Фажиғә Өфө үҙәгендә шаршамбы көндө була. 16 йәшлек студент дөйөм ятаҡ тәҙрәһенән пневматик пистолеттан үтеп барған ҡыҙҙың маңлайына атҡан. Ангелина Кәлимуллина тәфтишсенән ҡарар алып, суд-медицина тикшереүе үткән. Полиция бүлегендә ул үҙен йәрәхәтләүсе егетте осрата. Маңлайына атҡан үҫмер ғәйебен танымаған. Ҡыҙ иҫләүенсә, информатика һәм хисаплау техникаһы колледжы янынан үтеп барғанда маңлай тәңгәлендә көслө ауыртыу һиҙә һәм битенән ҡан аға башлай.Зыян күреүсе ҡыҙҙың атаһы фажиғәнән һуң төшөргән фотоларҙы күрһәтә. Ангелина шаңҡыу хәлдә таксиҙа өйөнә ҡайтыуҙан башҡа сара күрә алмаған. Ирек Кәлимуллин уны дауаханаға алып бара һәм осраҡ тураһында полицияға хәбәр итә. Күп тә үтмәй, атыусы егетте һәм енәйәттә ҡатнашыусы уның дуҫын тотҡандар. Был үҫмерҙәр ҡайҙандыр ҡорал тапҡан. Колледж етәкселеге аңлатма биреүҙән баш тарта. Директор урынбаҫары был осраҡтың бер ҡурҡынысын да күрмәй ахыры. Ә үҫмерҙең ҡылығын шаярыу йәки хулиганлыҡ тип әйтә.Хәҙер уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәренә нисек егет дөйөм ятаҡҡа ҡорал алып ингәнен аңлатырға кәрәк буласаҡ. Әлегә тикшереү эше бара. Йәрәхәтләнеүсе ҡыҙҙың ата-әсәһе атыусы үҫмер менән ярашыу мөмкин түгел, ти.Тәфтишселәр енәйәт кодексының 115-се статьяһы буйынса енәйәт эше асыуҙары ихтимал. Уға ярашлы иң күбендә – ике йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған. 



Яндекс.Метрика