Ауыл хужалығына мөнәсәбәтте үҙгәртергә кәрәк

Республикала төбәк башлығы Рөстәм Хәмитовтың  Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға хатын тикшереү дауам итә. Хөкүмәт алдында инвестициялар, федераль гранттар, дотациялар, субсидиялар  йәлеп итеү бурысы ҡуйылған. Хатта иҡтисади мәсьәләләргә төп урын бирелгән. Сәнәғәт һәм ауыл хужалығы эшмәкәрлеген һөҙөмтәле итеүгә иғтибар итергә ҡушылған. Ул ғына түгел Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығында алдынғы биш төбәк исемлегенә инеүҙе талап итә. Республика етәксеһе әйтеүенсә, һуңғы осорҙа тармаҡҡа инвестициялар ике тапҡырға артҡан һәм 7 миллиард 800 миллион һумға еткән. Аграрийҙарға ярҙам итеү йәһәтенән йыл һайын 6 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, ауыл хужалығына мөнәсәбәтте үҙгәртергә кәрәк. 



Яндекс.Метрика