Хөкүмәт премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов бөгөн матбуғат конференцияһы үткәрҙе

Бюджетты тулыландырыу йәһәтенән һәр министрлыҡтан етди һәм көсөргәнешле эш талап ителә.  Был турала Республика нда белдерҙе. Ул шул уҡ ваҡытта хөкүмәттә етди үҙгәрештәр булмаясаҡ, тине. Тәүҙә Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры ҡуйылған бурыстарға һәм уларҙы үтәү мәсьәләһенә туҡталды. Рөстәм Мәрҙәнов бер нисә йүнәлеште билдәләне. Премьер-министр социаль һәм иҡтисади күрһәткестәр кешеләрҙең сәләмәтлегенә бәйле, тип иҫәпләй. Шуға күрә, халыҡтың йәшәйешен оҙайтыу бурысы ҡуйылған. Киләсәктә Рәсәй күрһәткестәрен уҙып китеп, кешенең ғүмер оҙонлоғон 75 йәшкә тиклем еткереү күҙаллана. Башҡортостан хөкүмәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе ауыл һәм ауыл хужалығы. Сөнки, эске тулайым продукт һәм мәшғүллек өлкәһендә тармаҡ ҙур өлөш алып тора. Һуңғы ваҡиғаларға бәйле, сит ил компаниялары менән бәйләнештәр яңынан ҡараласаҡ. Шул уҡ, ваҡытта сит ил тауарҙарын алыштырыу дауам ителәсәк, тине Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры.



Яндекс.Метрика