Бөгөн Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө

Был дата хәүеф менән янаған ауырыу тураһында онотмаҫҡа өндәй, сирле кешеләрҙең ярҙамға һәм иғтибарға мохтаж булыуын тағы ла бер тапҡыр хәтергә төшөрә. Ҡыҙғанысҡа, СПИД ауырыуына вакцина әлегә юҡ. Артур һигеҙ йыл элек табип кабинетына инеп, бөтөнләй икенсе донъяға аяҡ баҫа. Унда ВИЧ-инфекциялы икәнен белеп, ул үҙ-үҙенә ҡул һалырға ла уйлай. Ауырлы ҡатынына хыянат итеп ир үлемесле сир йоҡторған. Һуңғы йылдарҙа тап Артур кеүек енси юл менән зарарланыусылар һаны артып, бөтә ауырыусыларҙың 58%-ын тәшкил иткән. Осраҡлы енси бәйләнеш, тәртипһеҙ йәшәү рәүеше – былар бөтәһе лә ВИЧ-инфекция йоҡтороу хәүефен арттыра. Икенсенән, ВИЧ йөрөтөүселәр наркомандар артыуы иҫәбенә тулылана. Егерменсе быуат тағуны – СПИД ауырыуы йәмғиәттә йәшен тиҙлеге менән тарала.  90-сы йылдар башында беҙҙең республикала ни бары 9 СПИД йөрөтөүсе иҫәпләнгән. Шул ваҡыттан алып бөгөнгәсә ВИЧ-инфекциялы 22 мең 979 ауырыу теркәлгән. Ә ысынбарлыҡтағы сирлеләр һанын билдәләр өсөн был һанды унға ҡабатларға кәрәк. Бик хәүефле күрһәткес. Быйыл ғына 2600-ҙән ашыу зарарланыусы асыҡланған. Үткән йыл менән сағыштырғанда был һан 1,25%-ҡа артҡан. Башҡортостан — Волга буйы округында сир күрһәткестәре юғары булған алты биләмә иҫәбенә инә. Сирҙең “йәшәреүе” лә табиптарҙы хәүфкә һала. Быйыл 14 йәшкә тиклемге 18 үҫмер асыҡланған. ВИЧ-инфекция барлығын белә тороп, сирҙе аңлы рәүештә башҡаларға йоҡтороусылар ҙа бар. Бының өсөн кеше 5 йылға тиклем енәйәт яуабына тарттылыу ихтималы ла туҡтатмай. Бындай осраҡтар беҙҙең республикаға ла ят түгел.ВИЧ-инфекциялылар тәү сиратта йәмғиәт тарафынан ҡыйырһытыла. Эштән ҡыуыла, яҡындары һәм дуҫтары унан баш тарта. Һөҙөмтәлә, улар йөҙҙәрен йәшереп, ҡараңғылыҡҡа сума. Әммә һирәктәр генә был сир менән көрәшергә, унан өҫтөн күтәрелергә көс таба.Донъя медицинаһы бөгөн был афәт алдында көсһөҙ, һәм ВИЧ йоҡторған һәр кешенең яҙмышы фажиғәле тамамлана. Вирусты бөтөнләй бөтөрөп булмаһа ла, табиптар йоғошло ауырыуҙы кәметеү йәһәтенән етди саралар күрә.Төбәктә инфекция табылған сирлеләрҙең антиретровируслы терапияны бушлай алыу мөмкинлеге бар. Был сара тулыһынса дәүләт тарафынан финанслана. Тик бының өсөн табиптарға мөрәжәғәт итеү зарур. Вируслы кешенең иммунитеты кәм тигәндә ярты йылға бер тапҡыр тикшерелергә тейеш. Антиретровирус терапияһы ВИЧ-инфекцияны әсәнән балаға күсеү осраҡтарын да кәметә. Сөнки әле республикала 525 йөклө ҡатын иҫәптә тора, 333 бала СПИД ауырыуын йөрөтөүсе әсәнән тыуған. ВИЧ хатта тәнгә татуировка төшөргәндә йоға. Вирусты йоҡтороу-йоҡтормау кешенең шәхси тәртибенә бәйле. Ҡайһы берәүҙәр был бәләгә осраҡлы ғына юлыға. ВИЧ-инфекциялы сәләмәт кешенән тәү ҡарашҡа бер нисек тә айырылмай. Тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап кешенең зарарланыуын йәки зарарланмауын билдәләп булмай: тик махсус лаборатор тикшереүҙәр ярҙамында ғына асыҡлау мөмкин. Бының өсөн республиканың СПИД һәм башҡа йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәшеү үҙәгенә мөрәжәғәт итеп ҡан тапшырырға кәрәк.  Амбулатор типтағы үҙәктә ауырыуҙарға махсуслаштырылған медицина ярҙамы күрһәтәләр. Өфөнән тыш, үҙәктең филиалдары республиканың Сибай, Белорет, Күмертау ҡалаларында ла эшләй. Улар төбәктең бөтә ВИЧ-инфекциялы ауырыуҙарҙы күҙәтеү аҫтында тота.Иң ауыры – кешегә уның инфекцияға дусар ителеүе тураһында хәбәр итеү, ти үҙәктең хеҙмәткәрҙәре. Шуға бында психолог бүлмәһе эшләп килә.Күптәр ВИЧ һәм СПИД — икеһе лә бер үк төшөнсә, тип уйлай. Ысынында был фекер дөрөҫлөккә тап килмәй. ВИЧ — иммун системаһын бөтөрөүсе вирус, ә СПИД  — ВИЧ инфекциялы кешелә иммунитет түбәнәйеүе  арҡаһында барлыҡҡа килгән сирҙәр. ВИЧ менән зарарланған кешелә, дауаланмаған осраҡта СПИД үҫешә башлай. Шуға ла, һәр кем сәләмәт йәшәү рәүеше алып барһа, ваҡытында медицина тикшереүҙәрен үтһә, быуат афәтенән ҡотолорға мөмкин, ти табиптар.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Владимир Путин телефон аша Дональд Трампҡа рәхмәт белдерҙе. Ул Ҡушма Штаттар етәксеһе Рәсәй президентына террорсыларҙың Санкт-Петербургта Ҡазан ҡорамын шартлатырға йыйыныуы тураһында хәбәр иткән. Үҙәк тикшереү идаралығынан алынған мәғлүмәт тикшерелгән һәм биш кеше ҡулға алынған. Михаил...

4 часа 15 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы киң билдәлелек ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы киң билдәлелек ала

Бер нисә йыл эсендә республиканың тиҫтәләгән район ҡалаһында проект сиктәрендә яңы юлдар, балалар майҙансыҡтары төҙөлдө. Өфө янындағы яңы микрорайондарҙа йылдан-йыл йорттар һаны арта. Тик күптәрендә инфраструктура үҫешмәгән. Яңы Йылҡыбай ауылындағы күп балалы ғәиләләр яҙлы-көҙлө юлһыҙ интегә....

4 часа 34 минуты назад
Смотреть видео «Мәрхәмәт» Хәйриә фонды ойошторолоуға ете йыл тулды | ГТРК «Башкортостан»

«Мәрхәмәт» Хәйриә фонды ойошторолоуға ете йыл тулды

Мөмкинлеге сикләнгән сабыйҙарға ярҙам иткән «Мәрхәмәт» Хәйриә фонды ойошторолоуға ете йыл тулды. Ошо уңайҙан «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ҙур сара үтте. Унда республиканың симфоник оркестры ҡатнашлығында билдәле артистар сығыш яһаны. Әллә күпме йырсыларҙың йырҙарын яттан белгән, үҙе лә...

15 декабря 2017
Смотреть видео Республикала киҫкен респиратор вирус менән сирләүселәр артҡан | ГТРК «Башкортостан»

Республикала киҫкен респиратор вирус менән сирләүселәр артҡан

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошондай хәл йыл һайын һыуыҡтар төшөү менән күҙәтелә. Ведомствонан белдереүҙәренсә, әлегә, грипп йоҡтороусылар теркәлмәгән. Башҡортостанда прививкалау кампанияһы дауам итә. Әлегә 1 миллион 700 мең самаһы кеше...

15 декабря 2017
Боҙ ҡалын түгел | ГТРК «Башкортостан»

Боҙ ҡалын түгел

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре йылға-күлдәрҙә боҙ ҡалынлығын тикшерҙе.  Дуҫлыҡ монументы янында Ағиҙел йылғаһында, Сипайлово тирәһендә Ҡариҙел йылғаһында боҙ ҡалынлығы ни бары 2-5 сантиметр ғына. Күлдәрҙә иһә хәл икенсерәк-7-10 сантиметр тирәһе...

15 декабря 2017
Смотреть видео Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күпер емерелә башлаған | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күпер емерелә башлаған

Шуға ла бер һыҙатта автомобиль хәрәкәте сикләнде, ә ауыр йөк машиналарына бөтөнләй йөрөргә ярамай. Өфө янындағы автомобиль күпере тарихы 1953 йылда башлана. 3 йылдан ул төҙөлөп бөтә һәм файҙаланыуға тапшырыла. Объект 60 йылдан ашыу хеҙмәт итә. Әммә, 2014-се йылда уҡ иҫке күпер авария хәлендә тип...

15 декабря 2017
Смотреть видео Республика башлығы энергетика системаһы төбәк диспетчер идаралығы эшмәкәрлеге менән танышты | ГТРК «Башкортостан»

Республика башлығы энергетика системаһы төбәк диспетчер идаралығы эшмәкәрлеге менән танышты

Башҡортостанда Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге кеүек ут һүндерелмәйәсәк. Энергетика системаһына бәйле мәсьәлә махсус ойошмаларҙың ныҡлы күҙәтеүенә алынған. Ошо хаҡта бөгөн Республика башлығы Рөстәм Хәмитов төбәк энергетика системаһы диспетчер идаралығы эшмәкәрлеге менән танышҡас белдерҙе....

15 декабря 2017
Смотреть видео Дуҫлыҡ теле нисек яңғырай? | ГТРК «Башкортостан»

Дуҫлыҡ теле нисек яңғырай?

Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре ошо һорауға яуап эҙләп, кисә "Минең телем - дуҫлыҡ теле" тип аталған республика акцияһына ҡушылды. Сәғәт көндөҙгө ун икелә бөтә район, ҡалаларҙа төрлө телдәрҙә туған телгә бағышлап шиғыр юлдары яңғыраны. Дәүләт эшмәкәрҙәре, шағирҙар, уҡыусылар,...

13 декабря 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Мәскәү өлкәһендә Федераль именлек хеҙмәте “Ислам дәүләте” яҡлыларҙы ҡулға алды. Улар Яңы йыл байрамы һәм ил президентын һайлауға әҙерлек кампанияһы ваҡтында Мәскәүҙә террор ғәмәле әҙерләгән. Австрияла газ бүлеү станцияһында шарталу яңғыраны. Бер кеше һәләк булған, 20 кеше йәрәхәтләнгән. Ававрия...

13 декабря 2017
Смотреть видео Белгестәр пиротехника һатып алғанда мотлаҡ именлек сараларына иғтибар итергә  саҡыра | ГТРК «Башкортостан»

Белгестәр пиротехника һатып алғанда мотлаҡ именлек сараларына иғтибар итергә саҡыра

Шартлатҡыс менән сауҙа итеүсе магазиндарҙа лицензия, уларҙы ҡулланыу ҡағиҙәләре күрһәтелгән аңлатма булырға тейеш. Сағыу төҫтөрҙәге уттар балҡыуы, шартлау, һөҙөмтәлә дауахана. Йыл һайын республикала ғына яңы йыл мажаралары тиҫтәләгән күңелһеҙ осраҡ менән тамамлана. Башҡортостанда күңелһеҙ...

13 декабря 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй президенты ҡушыуы буйынса Оборона министрлығы Сүриәнән Рәсәй хәрбиҙәрен сығара башланы.  Владимир Путин ошо турала Хмеймим авиабазаһында махсус белдереү яһаны. Хәрбиҙәр алдарына ҡуйылған бурысты тулыһынса үтәне, тине ил етәксеһе.  Рәсәйҙең Сүриәләге операцияһы 2 йылдан ашыу дауам...

12 декабря 2017
Смотреть видео Парламент президиумы ултырышы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Парламент президиумы ултырышы үтте

Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы эшкә урынлаштырыу, уларға һөнәри белем биреү бурысы дәүләткә, атай әйткәндә халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәренә йөкмәтелә. Республикала ошо  туралағы закон проекты әҙерләнгән. Был хаҡта бөгөн парламент президиумы ултырышында һүҙ барҙы. 

12 декабря 2017
Смотреть видео Баланан бәхетең булмаһа – йәшләй ҡартайырһың | ГТРК «Башкортостан»

Баланан бәхетең булмаһа – йәшләй ҡартайырһың

Өфөлә йәшәүсе Любовь Дионисьевна үҙ балалары менән фатир өсөн көрәшә. Ире вафат булғкас, бәләкәй ҡыҙы тәҡдиме буйынса, ул иҫке фатирын һатып, яңы торлаҡҡа күсә. Әммә ул милексе түгел түгел. Шуға ла Любовь Дионисьевна урамда ҡалыуҙан ҡурҡа. Любовь Дионисьевна инде өс йылға яҡын үҙ балалары менән...

12 декабря 2017
Бөгөн төнөн Өфөлә ағас йорт янып китте | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн төнөн Өфөлә ағас йорт янып китте

Утта 53 йәшлек ир һәләк булған. Ут менән һаҡһыҙ эш итеү-был янғындың төп сәбәбе тип хәбәр итәләр, республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан.

12 декабря 2017
Рәттән дүртенсе еңеү | ГТРК «Башкортостан»

Рәттән дүртенсе еңеү

Ниһәйәт, “Салауат Юлаев” хоккейсылары көйәрмәндәрҙең тауышын ишетте. “Юлаевсылар” Ярославлдең «Локомотив»ын үҙ боҙонда 3 кә 2 иҫәбе менән еңде. Хоккей белгестәре Өфө хоккейсыларының агрессив уйнай башлауын билдәләй. Кисәге уйында Игорь Макаровтың хәләл ефете Лера Кудрявцева алдында  мах бирмәй...

11 декабря 2017
Смотреть видео Асылыкүл - Башҡортостандың иң ҙур күле | ГТРК «Башкортостан»

Асылыкүл - Башҡортостандың иң ҙур күле

Ә Рәсәйҙә ул етенсе урынды биләй. 1962 йылдан тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә индерелеп, бөгөнгәсә һаҡлау аҫтында. 24 йыл элек күл яны биләмәһе милли паркка әйләндерелде. Ғалимдар тәбиғи парктың экосистемаһын өйрәнеп, уны һаҡлау йәһәтенән ҙур эш алып бара. Һыуһылыуҙар төйәк иткән Асылыкүл. Уны...

11 декабря 2017
Смотреть видео “Рәсәй – минең тарихым” | ГТРК «Башкортостан»

“Рәсәй – минең тарихым”

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтендә тере тарих менән балалар танышыу алыра тейеш тип белдергәйне. Совет районынан йөҙләгән бала тәүгеләрҙән булып уны ҡарай алды. Дәрестәге ялҡытҡыс тестар бында инде бөтөнләй икенсе төҫ ала. Һорауҙар шул уҡ әммә уға яуап биреүе...

11 декабря 2017
Смотреть видео Ватан ҡаһармандары көнөндә Башҡортостанда 3 һәйкәл асылды | ГТРК «Башкортостан»

Ватан ҡаһармандары көнөндә Башҡортостанда 3 һәйкәл асылды

Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарының хәтерен мәңгеләштереүсе мемориалдар Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында барлыҡҡа килде. Подлубово ауылында батыр яҡташ, Иван Полунинды иҫкә алдылар. Советтар Союзы геройына бюст ҡуйылды. Архангель районындағы Валентиновкала авиация маршалы Иван Пстыгоға, Оҙондар...

11 декабря 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ғыйраҡтың башҡалаһында “Ислам дәүләте” террорсыларын еңеү уңайынан хәрби парад үтте. Унда хәрбиҙәр һәм полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан. Ил премьер-министры Хәйҙәр әль Әбади ҡарары менән  ИГИЛ-ды ҡыйратыу көнө  йыл да милли байрам булараҡ билдәләнәсәк. Киевта Одесса өлкәһенең экс-...

11 декабря 2017
Смотреть видео Республикала йәшелсә-емешкә хаҡ арта | ГТРК «Башкортостан»

Республикала йәшелсә-емешкә хаҡ арта

Әммә белгестәр раҫлауынса, яңы йыл алдынан был ғәҙәти күренеш. Статистика хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда,  ризыҡтың айырым төрҙәре 10-15 процентҡа арзанайған. Рәхим Мерәҫов хаҡлы ялда. Шуға ҡарамаҫтан, ул сифатлы аҙыҡ-түлек һатып алыуға аҡсаһын йәлләмәй. Рәхим Зәки улы төрлө акцияларға ла...

11 декабря 2017
Өфөлә ир микрофинанслау офисын талаған | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ир микрофинанслау офисын талаған

Был хәл Степан Кувыкин урамында теркәлә. Видеонан күренеүенсә, башына маска кейгән ир бысаҡ менән ҡурҡытып аҡса талап итә. Тик талаусы, офис хеҙмәткәренә “Һеҙ” тип кенә өндәшә. Хатта сыҡҡан ваҡытта 10 минуттан һуң полицияға шылтыратырға ла рөхсәт бирә. Енәйәттә шикләнеүсе үҙе менән 15 мең һум аҡса...

11 декабря 2017
Смотреть видео Республикала автомобилдәрҙең янып китеү осраҡтары арта | ГТРК «Башкортостан»

Республикала автомобилдәрҙең янып китеү осраҡтары арта

Көндәр һыуытыу менән республикала автомобилдәрҙең янып китеү осраҡтары ла арта.Өфө үҙәгендә ВАЗ машинаһында сыҡҡан янғын һүндерелде. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Башҡа машиналарға ла зыян килмәгән. Шаһиттар янғын һүндереүселәргә шылтыратып өлгөргән. 

11 декабря 2017
Смотреть видео Айыуҙар ниңә йоҡламай? | ГТРК «Башкортостан»

Айыуҙар ниңә йоҡламай?

Ҡыш еткәс тә тайыштабандарҙың оҙон йоҡоға китеүе билдәле. Әммә быйыл урмансылар паркында аҫыралған айыуҙар йоҡлай алмай интегә. Шуға ла улар агрессив хәлдә.  Михаил ҡушаматлы айыу балаһы быйыл беренсе тапҡыр ҡышты үткәрә. Парк хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүенсә, тәүге ике йылда улар ҡышты ни өсөндөр...

8 декабря 2017
Башҡортостандың төп Яңы йыл шыршыһында ҡатнашыусыларҙы ниндәй тамаша һәм бүләк көтә? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың төп Яңы йыл шыршыһында ҡатнашыусыларҙы ниндәй тамаша һәм бүләк көтә?

Байрамға 780 бала саҡырылған. Сара ике өлөштән торасаҡ, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы. Шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнау һәм «Яңы йыл тауышы» тигән  тамаша. Яңы йыл тамашаһында театр-концерт ойошмалары артистары, «Башҡортостан» дәүләт концерт залының хореография коллективтары ҡатнаша. Татлы...

8 декабря 2017
Башҡортостан юнармия сафтары йәнә 150 кешегә артты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан юнармия сафтары йәнә 150 кешегә артты

Ойошмаға яңы ағзаларҙы ҡабул итеү тантанаһы республикала асылған Йәштәр сәйәсәте көндәре сиктәрендә үтте. Юнармияның Башҡортостан төбәк штабының бер йылдан ашыу элек кенә ойошторолоуына ҡарамаҫтан бөгөн республиканың һәр районында кесе ойошмалар әүҙем эшләй. Хәйбулла районында ғына 18 мәктәп...

8 декабря 2017
Башҡорт матбуғатының йөҙ йыллығы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт матбуғатының йөҙ йыллығы

Башҡорт дәүләт университетында Халыҡ-ара ғилми–ғәмәли конференция үтте. Башҡорт матбуғатының йөҙ йыллығына арналған сарала билдәле ғалимдар сығыш яһаны. Конференцияға  Төркмәнстан, Ҡазағстан, Үзбәкстандан һәм Беларуссиянан да фәнни мәҡәләләр ебәрелгән. Башҡорт матбуғатының үткәнен бөгөнгөһөн...

8 декабря 2017
Өфө халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итергә әҙер | ГТРК «Башкортостан»

Өфө халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итергә әҙер

2019-сы йылда Өфөлә үтәсәк Йәйге халыҡ-ара балалар уйындарына барлыҡ тиерлек объекттар ҙа әҙер. Башҡортостан башлығы Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты генераль секретары Ричард Смит менән осрашты. Унда баш ҡалала төҙөлгән спорт үҙәге тураһында ла һүҙ барҙы. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, объект...

8 декабря 2017
Смотреть видео Владимир Путин рухи үҫешкә етди этәргес бирҙе | ГТРК «Башкортостан»

Владимир Путин рухи үҫешкә етди этәргес бирҙе

Владимир Путиндың президент һайлауында ҡатнашыу тураһындағы ҡарарына ҡарата дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре үҙ фекерен белдереүҙе дауам итә. Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин  фекеренсә, Владимир Путин Рәсәй халҡын дөйөм маҡсаттар тирәләй туплап рухи үҫешкә етди...

8 декабря 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Дональд Трамптың Иерусалимды Израилдың башҡалаһы тип таныуы сәбәпле ҡаршылыҡ акциялары башланды. Рамалла ҡалаһында митингта ҡатнашыусыларҙы ҡыуыу өсөн Израиль полицияһы күҙҙән йәш сығарыусы газ ҡулланған. Рәсәй хәрбиҙәре Сүриәлә “Ислам дәүләте” террорсыларын юҡ итеү буйынса бурысты тулыһынса...

8 декабря 2017
Смотреть видео Салауат районында төбәкте үҫтереү юлдары тикшерелде | ГТРК «Башкортостан»

Салауат районында төбәкте үҫтереү юлдары тикшерелде

Республиканың төнъяҡ көнсығыш райондарын үҫтереү өсөн урындағы властарҙың һәм әлбиттә халыҡ менән бизнестың килешеп эшләүе мөһим. 8 районды берләштергән субрегионды социаль иҡтисади үҫтереү программаһы 2011 йылда уҡ ҡабул ителгәйне. Салауат районында төбәкте үҫтереү юлдары тикшерелде. Ул ваҡытта...

8 декабря 2017
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика